Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш идаралығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса тәфтиш бүлеге Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 238-се статьяһы 2-се бүлегенең «б» пункты (ҡулланыусыларҙың ғүмере йәки сәләмәтлеге хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәттәр күрһәтеү) менән ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.
Тәфтишселәр мәғлүмәттәре буйынса, 8 март көндө өс балалы ғаилә Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан мунса комплексында ял иткән. Бассейндан һуң балаларҙың ҡапыл хәле бөтөп, ауырып киткән, ата-әсә медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән.
Ошо көндә хлор менән ағыуланып балалар дауаханаһына бөтәһе туғыҙ бала мөрәжәғәт иткән. Бер бала табиптар күҙәтеүендә ҡалдырылған, уның хәле тотороҡло тип баһалана. Башҡалары кәрәкле ярҙам күрһәтелгәндән һуң өйҙәренә ҡайтарылған.
Ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөмө сыҡҡан. Тикшереү барышында балаларҙың һаулығына килтерелгән зыяндың ауырлығын билдәләү өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнәсәк һәм үткәреләсәк, шулай уҡ һыу объектын файҙаланғанда санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәүгә хоҡуҡи баһа биреләсәк.
Башҡортостандың Тәфтиш комитеты мәғлүмәте буйынса алынды.