Был сара масштабы һәм ҡатнашыусылар һаны буйынса үҙенсәлекле булды һәм Рәсәйҙә халыҡтары берҙәмлеге йылы, Башҡортостан Республикаһында ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды. Төбәктең иң көслө көрәшселәрен - 20 команда һәм 180-дән ашыу спортсыны берләштерҙе.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Эмил Шәймәрҙәнов, Көрәш федерацияһы президенты Илдар Моратов, шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте.
Ирек Хәйривара улы спортсыларға ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм еңеүҙәр теләне. Ул илебеҙҙе ҡыйыу рәүештә яҡлаған һәм махсус хәрби операциялала ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Эмиль Владиславович билдәләүенсә, көрәш менән Стәрлетамаҡта 200-ҙән ашыу спортсы шөғөлләнә, улар яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.
- Беҙҙең ҡалала көрәш спорт төрө булараҡ әүҙем хуплана, тип тулы ышаныс менән әйтә алам. Стәрлетамаҡ күп йылдар дауамында көрәшседәрҙең төп үҙәгенә әүерелде, - тип билдәләне Эмиль Владиславович, спортсыларға матур һәм ғәҙел көрәш теләп.
Ирек Хәйривара улы менән Эмиль Владиславович спорт ветерандарына ведомство наградаларын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.