Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Март , 10:12

Изге Рамаҙан айы тамамланып килә

Бына Изге Рамаҙан айы ла тамамланып килә. Ураҙалар, тәрәүихтар, ифтар һәм сәхәрҙәр менән нурланған көндәребеҙ көндән-көн кәмей бара.

Изге Рамаҙан айы тамамланып килә
Изге Рамаҙан айы тамамланып килә

Шөкөр, бына ошо көндәрҙә икенсе тапҡыр дөйөм  ҡала ифтары ойошторолдо. Унда ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, республика мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Айнур Бирғәлин, ҡаланың мосолман һәм православие руханиҙары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, махсус хәрби операция ҡатнашыусылары, Башҡортостан Республикаһы - Дәүләт Йыйылышы һәм ҡала Советы депутаттары һәм ҡаланың мосолман өммәте ҡатнашты.
Эмиль Владиславович, ҡала ифтарында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, берҙәмлектең һәм бер-беребеҙгә ярҙамлашып йәшәүҙең мөһимлеген билдәләне.
Доға һәм яҡты уйҙар ҙур көскә эйә, ә, доға ҡылып берләшһәк, уның көсө күп тапҡырға арта. Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла көс һәм аҡыл, тыныслыҡ бирһен. Бөгөн беҙ иң мөһиме - яҡындарыбыҙҙың сәләмәтлеге, фронтта яҡташтарыбыҙ, уларҙың яҡындары өсөн доға ҡылабыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды хакимиәт башлығы.
Ауыҙ асырға килгәндәр бер-береһе менән ихлас аралашып, яу яланында йөрөгән егеттәребеҙ именлегенә, имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп доға ҡылдылар, күмәкләп намаҙ уҡынылар.



Фотолар ҡала хакимиәте сайтынан алынды.

Изге Рамаҙан айы тамамланып килә
Изге Рамаҙан айы тамамланып килә
Автор: Гулькей Куватова
Читайте нас