Мөхәмәтйәнов үҙе өс бала атаһы булараҡ, илаған баланы тиҙ генә тынысландыра. Ул сауҙа үҙәгендә юғалыуы хаҡында һөйләп бирә. Ата-әсәһе күренмәгәс, үҙе генә өйөнә ҡайтырға хәл иткән икән,үҙе ҡурҡып, арып, өшөп бөткән ти балаҡай.
Полицейский коллегалары менән бәйләнешкә сыҡҡан. Улар был ҡыҙыҡайҙы инде дүрт сәғәт эҙләүҙәре тураһында хәбәр иткәндәр. Динар үҙе баланы өйөнә алып барып әсәһенә тапшырған.