3-сө спорт мәктәбендә Стәрлетамаҡтан йәш фигуристарҙың ҡаҙаныштары хаҡында һөйләнеләр. Спортсылар тиҫтәнән ашыу миҙал яулаған.
Өсөнсө үҫмерҙәр разрядын раҫлап өлгөргән Елизавета Маннанова, шулай уҡ Татьяна Порошина, Ульяна Михеева, Елена Карпунина, Мирослава Ғәзизуллина, Каролина Королева «алтын»алғандар.
Көмөш миҙалдарға Александра Прусова, Елизавета Голова, Полина Масленникова, Виктория Россовская, Софья Гусева лайыҡ булған.
Бронза миҙалдарҙы Раушания Мансурова, Вероника Горина, Риана Зөбәйерова һәм Лилиә Сәлимйәнова (норманы тапшырыу) алды.