Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Март , 10:14

ТАЛПАНДАР УЯНА!

Төбәктә талпандар уяна: энцефалит йоҡтороу хәүефе юғары булған райондар аталды.

ТАЛПАНДАР УЯНА!
ТАЛПАНДАР УЯНА!

Республикала талпандарҙың әүҙемлек миҙгеле апрелдә башланасаҡ. Иң юғары нөктә, ғәҙәттәгесә, май-июнь айҙарына тура килә. Йыл һайын 10-12 мең кеше талпандан тешләнгәндән һуң ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.
Былтыр 14 талпан энцефалиты һәм 24 боррелиоз осрағы теркәлгән. Йышыраҡ Асҡын, Белорет, Өфө, Дыуан, Әбйәлил, Благовещен райондарында, шулай уҡ Сибайҙа, Салауатта һәм Стәрлетамаҡта ауырығандар.
Роспотребнадзорҙа иң яҡшы һаҡланыу сараһы - прививка тип иҫкә төшөрҙөләр. Вакцинацияны йыл дауамында яһарға мөмкин, ләкин һуңғы дозанан һуң тәбиғәткә сыҡҡанға тиклем кәмендә ике аҙна ваҡыт үтергә тейеш. Әгәр прививка юҡ, ә талпан тешләһә, тәүге өс тәүлектә иммуноглобулин индерәләр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алынған талпанды Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһына анализға алып барырға кәрәк.
Шулай уҡ төбәктә территориялар былтырғыға ҡарағанда яҡынса майҙандарҙа эшкәртеләсәк (5 мең самаһы гектар, шул иҫәптән балалар учреждениелары).

Автор: Гулькей Куватова
Читайте нас