Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Общие статьи
26 Март , 06:51

Стәрлетамаҡ педагогтары - республиканың иң яҡшы уҡытыусылары иҫәбендә

23 мартта Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика һөнәри оҫталыҡ конкурсының, «Туған тел һәм әҙәбиәт йыл уҡытыусыһы» конкурсының, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһау тантанаһы үтте.

Стәрлетамаҡ педагогтары - республиканың иң яҡшы уҡытыусылары иҫәбендәСтәрлетамаҡ педагогтары - республиканың иң яҡшы уҡытыусылары иҫәбендә
Стәрлетамаҡ педагогтары - республиканың иң яҡшы уҡытыусылары иҫәбендә

Беҙҙең ҡаланың данын яҡлап, бында  Стәрлетамаҡтан дүрт талантлы педагог лайыҡлы сығыш яһаны. Һынау һөҙөмтәләре буйынса ҡатнашыусылар юғары наградалар менән билдәләнде:
- Лялина Л. В. (2-се гимназия) һәм Есина Е. В. (В. А. Секин исемендәге 3-сө лицей) махсус номинацияларҙа еңеүселәр.
- Петров И. А. (5-се мәктәп) һәм Рәхимов Ғ. Н. (31-се мәктәп) юғары оҫталыҡ кимәле өсөн дипломдар һәм махсус бүләктәр менән наградланған.

Мәғариф бүлеге мәғлүмәттәре буйынса алынды. 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас