

Ул Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 264-се статьяһы 4-се бүлегенең «а» пункты (һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кешене үлемгә дусар иткән, эскән килеш юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу) буйынса ғәйепләнә.
Тәфтишселәр фаразы буйынса, 2025 йылдың декабрендә ир Стәрлетамаҡ ҡалаһы урамдарының береһендә иҫерек килеш «БМВ 320» маркалы автомобиль менән идара иткәндә, тиҙлек режимын боҙған һәм бетон бағанаға бәрелгән.
Машиналағы ҡыҙ юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булған.
Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа үҙ ғәйебен таныны.
Енәйәт эше ҡарау өсөн Стәрлетамаҡ ҡала судына ебәрелгән.