

Сәхнәлә бер күреү менән күңелгә уйылып ҡалған, тамашасы һөйөүен яулаған артистар ҙа була, сөнки, ижад, артислыҡ уларҙың һөнәре генә түгел, ә бар булмышы. Бөгөнгө әңгәмәсем дә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры артисы Илнур Азим улы АТЙЕТӘРОВ үҙенең артист буласағын баласаҡтан уҡ белә.
Һуғыш йылдарының ауыр михнәттәрен кисереп, бар тамашасыларҙы үҙенең әсе яҙмышы менән тетрәндергән Биктимерҙе хәтерләйһегеҙме? Эйе, “Биғылый” спектакле хаҡында һүҙем, ә “Хушығыҙ хыялдарым” спектаклендәге үҙе ҡырыҫ, аҙ һүҙле, әммә тамашасыны ғүмерҙең ҡәҙерен белергә, яңылыштарҙы артабан ҡабатламаҫҡа саҡырған төп герой Айсарҙы күптәр беләлер, тағы ла бик күп миҫалдар килтерергә мөмкин, “Аҡ ҡалфаҡ”тағы – Баҡый, “Нисек кейәүгә сығырға”спектаклендәге – Сәйфулланы, “Диләфрүзгә дүрт кейәү”ҙәге Йәмилде күптәр яратып өлгөрҙө лә инде. Илнур Атйетәров һәр ролде күңеле аша үткәреп, сәхнәлә һәр геройҙың тормошо менән йәшәп юғары кимәлдә ролдәрҙе башҡара.
– Илнур Азим улы, артист һөнәренә нисек килдегеҙ, бер аҙ хеҙмәт юлығыҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине?
– Мин бәләкәйҙән Учалы районы Ҡорама ауылында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғаяз Ибраһимов етәкләгән “Аҡбуҙат” өлгөлө балалар театрына йөрөнөм, әйткәндәй, ул бөгөнгө көндә лә уңышлы эшләп килә. Драма түңәрәгендә кемде ниндәй ролгә алырға тип, хатта кастинг ойошторалар. Маугли, Урал батыр, Ҡамыр батыр һ.б. төрлө әкиәттәрҙе уйнаныҡ. Республика буйлап конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр яулай торғайныҡ. Ана шул ваҡыттарҙан ижади тормош юлым башланғандыр ҙа инде, тап ауылдағы мәҙәниәт йорто, артист һөнәрен һайларға этәргес булғандыр тип уйлайым. 9-сы класты тамамлағандан һуң, Учалы музыка училищеһына вокал (халыҡ йыры) бүлегенә уҡырға индем. Икенсе курстан һуң, әрме сафтарына алындым, унан ҡайтҡас, Миәс ҡалаһындағы автозаводта эшләй башланым. Әммә сәхнә барыбер үҙенә тарта ине, шуға күрә ситтән тороп музыка училищеһына уҡырға индем дә клубҡа эшкә урынлаштым. Коллектив менән “Алтын тирмә” театрҙар фестивалендә гел ҡатнашып йөрөнөк. Һуңынан Өфөгә З.Исмәғилев исемендәге Сәнғәт институтына уҡырға саҡырҙылар. Шунда театр режиссураһы факультетының икенсе курсында уҡығанда, актер оҫталығы буйынса уҡытыусым Харисова Рима Тәлғәт ҡыҙы миңә театрҙа эшләгең киләме тип һораны. Шунда нимә тип яуап бирергә лә белмәй аптырап ҡалдым. Ярай ныҡлап уйла, иртәгә һине ҡарарға Стәрлетамаҡ театрынан кеше килә тине. Икенсе көнөнә Ж.Б.Мольерҙың “Лекарь по неволе” спектаклендә мин Сганарель ролен башҡарҙым. Уйнап бөткәндән һуң Зарипов Айҙар Марат улы менән һөйләшеп, ул мине театрға эшкә саҡырҙы. Оҙаҡ ҡына уйланып, икеләнеп йөрөгәндән һуң (ҡапыл ғына белмәгән ергә сығып китеүе нисектер ҡыйыныраҡ ине) Стәрлегә театрға эшкә барырға булдым.
– Иң тәүге ролегеҙҙе хәтерләйһегеҙме? Нисә йәштә үҙегеҙҙе актер булараҡ һынап ҡаранығыҙ?
– Иң тәүге ролемде бала саҡта Р.Киплингтың “Маугли” әкиәтенең төп геройын уйнаным. Ул ваҡытта мин 5-6 синыфта уҡый инем. Ул роль еңел генә бирелмәне. Мауглиҙың урманда йәшәүсе хайуандар йыйылышы ваҡытында, Шерханға ҡаршы ярһып һөйләгән монологында беренсегә актер оҫталығының ҡыйынлыҡтарына тап булдым. Әммә беҙҙең режиссер Ғаяз ағай ярҙамы менән көскә еңеп сыҡтым.
– Үҙ эшендә ихтыяжға эйә булыр өсөн артист ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
– Артист үҙ ролдәре өҫтөндә, үҙе менән дә күп эшләргә, тәнҡитте ҡабул итә белергә, һығылмалы булырға, эш ваҡытында барлыҡҡа килгән ҡыйынлыҡтарҙы лайыҡлы үткәрергә, стресҡа сыҙамлы булырға тейеш тип уйлайым.
– Һеҙ ролдәргә нисек әҙерләнәһегеҙ? Сәхнәлә башҡарған ролдәр нисек тыуа?
– Ролдәргә әҙерлекте, өҫтәл артында башлайбыҙ, был “читка” тип атала. Пьеса менән танышабыҙ, персонаждарға анализ эшләйбеҙ, ролдәр буйынса уҡыйбыҙ. Һуңынан этюд формаһында аяҡта йөрөп эшләйбеҙ. Шул эш ваҡытында образ тулылана бара, артабан декорациялар әҙер булғас, репетицияларҙы сәхнәлә башлайбыҙ. Сәхнә образын тыуҙырғанда, геройға ентекләп анализ эшләйһең. Ғәҙәттәре, ҡыланышы, ҡарашы, тауышы ниндәйерәк һ.б. Шунан үҙең сәхнәлә геройҙың тормошо менән йәшәй башлайһың. Шулай итеп сәхнәлә роль тыуа ла инде.
– Яратып башҡарған ролегеҙ бармы?
– Айырып ҡына әйтеүе ҡыйын, һәр ролемде яратып башҡарам. Ғөмүмән, ысын актер һәр бер ролен яратып башҡарырға тейеш. Әгәр ҙә тулыһынса бирелеп эшләмәһәң ул ролдең сифаты юғаласаҡ.
– Һеҙҙең бөгөнгө көндә тамашасы күңелен яулап өлгөргән, шәп актер булыуығыҙға нимә йоғонто яһаны тип уйлайһығыҙ?
– Рәхмәт йылы һүҙҙәрегеҙ өсөн. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында эшләү миңә ҙур тәжрибә бирҙе. Минеңсә, актер һәр ваҡыт ролдәре, сығарған образдары менән ҡәнәғәт булһа уның үҫеше туҡтап ҡала. Мин сығарған образдарыма һәр ваҡыт тәнҡит менән ҡарарға тырышам.
– Ошо йылдар эсендә нисә роль башҡарҙығыҙ икән?
– Мин театрҙа 8-се миҙгел эшләйем. Был ваҡыт эсендә 37 төрлө роль башҡарҙым.
– Һеҙҙеңсә, ниндәй ролде уйнауы ныҡ ауыр?
– Һинең холҡоңа, булмышыңа, донъялағы ҡарашыңа тура килмәгән, ауыр темалы, күңел ҡабул итмәгән ролде сығарыуы ҡыйыныраҡ. Сөнки актер үҙен һындырырға, алдан тормошҡа булған ҡараштарын үҙгәртергә тейеш.
– Әгәр ҙә эшмәкәрлегегеҙҙе алмаштырырға мөмкинлек булһа, тағы ниндәй һөнәр үҙләштерергә теләр инегеҙ?
– Был турала уйланған юҡ әле. Бәлки яһалма интеллект менән бәйле берәй һөнәр үҙләштерер инем...
– Ғалимдар хаҡында былай тип әйтәләр бит: “Ғалимдар ғаилә ҡорһа, фәнгә ҡыҙыҡһыныуын юғалта”, ә актерҙар тураһында шулай тип әйтеп буламы?
– Юҡ. Киреһенсә, ғаилә илһамландыра. Яңы хыялдар, яңы маҡсаттар менән йәшәй башлайһың. Әлбиттә, ғаилә булмаған саҡта ролдәр өҫтөндә күберәк эшләйһең, әммә минең өсөн ғаиләм булыуы, ҡатыным Маргарита, ҡыҙым Элина, улым Әмирхандың булыуы ҙур бәхет.
– Хәҙер театрға әйләнеп ҡайтайыҡ, һеҙҙеңсә заманса театр ниндәй булырға тейеш?
– Заманса театр репертуарға бай булырға, заманса технологияларҙы ҡулланырға, көнүҙәк темаларға ҡағылырға, аудитория менән үҙ-ара эш итергә тейеш тип уйлайым.
– Коллегаларығыҙға, тамашасыларығыҙға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Барлыҡ коллегаларымды 27 март – Бөтә донъя театр көнө менән ҡотлайым! Уларға эштәрендә ижади уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр теләп ҡалам. Ә яратҡан тамашасыларыма спектаклдәргә килеп яңы тәьҫораттар алып, илһамланып ҡайтығыҙ тип театрыбыҙға саҡырып ҡалам. Күк йөҙө аяҙ, илебеҙ тыныс булһын!
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Илнур Азим улы.
Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Фото театр архивынан.