Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Общие статьи
27 Март , 09:10

СИФАТЛЫ БЕЛЕМ АЛҒЫҢ КИЛҺӘ, ӨФӨ ФӘН ҺӘМ ТЕХНОЛОГИЯЛАР УНИВЕРСИТЕТЫ ҺИНЕ КӨТӘ!

Абитуриент алырға теләһәң, ата-әсәһе менән эшләй башла! Өфө  фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында был хәҡиҡәтте практикала тикшерергә булдылар һәм... балалары тиҙҙән мәктәпте тамамлаған һәм хәҙер буласаҡ һөнәрен һайлау алдында торғандар өсөн республика ата-әсәләр йыйылышын ойошторҙолар.

СИФАТЛЫ БЕЛЕМ АЛҒЫҢ КИЛҺӘ, ӨФӨ ФӘН ҺӘМ ТЕХНОЛОГИЯЛАР УНИВЕРСИТЕТЫ ҺИНЕ КӨТӘ!СИФАТЛЫ БЕЛЕМ АЛҒЫҢ КИЛҺӘ, ӨФӨ ФӘН ҺӘМ ТЕХНОЛОГИЯЛАР УНИВЕРСИТЕТЫ ҺИНЕ КӨТӘ!
СИФАТЛЫ БЕЛЕМ АЛҒЫҢ КИЛҺӘ, ӨФӨ ФӘН ҺӘМ ТЕХНОЛОГИЯЛАР УНИВЕРСИТЕТЫ ҺИНЕ КӨТӘ!

Нисек юғары уҡыу йортона инергә? Нисек дөрөҫ һөнәр һайларға ? Ниндәй өлкәләрҙә эшләргә? Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары өсөн ниндәй шарттар булдырылған? Йыйылышҡа килгән ата-әсәләр ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алды. Күләмле сара 600-ҙән ашыу ҡатнашыусыны - ата-әсәләрҙе генә түгел,  өлкән класс уҡыусыларын һәм буласаҡ абитуриенттарҙы ла йыйҙы. Улар өсөн бигерәк тә  тормош юлын һайлау мәсьәләһе бөгөн иң өҫтөнлөклө булып тора.
 Осрашыуҙың төп маҡсаты булып университет һәм ғаилә араһында тура диалог булдырыу торҙо. Йылдан-йыл үҙгәреп торған ҡабул итеү ҡағиҙәләре һәм хеҙмәт баҙарындағы яңы саҡырыуҙар шарттарында бындай аралашыу бик ҡиммәтле.
 ӨФһТУ -ның ректоры Вадим Петрович Захаров, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры Игорь Анатольевич Сыров, белем биреү эшмәкәрлеге буйынса проректор Илгиз Раян улы Ҡәҙерғолов, абитуриенттар менән эшләү идаралығы начальнигы Ринат Закир улы Төлкөбаев буласаҡ абитуриенттарҙың ата-әсәләре өсөн ентекле «инструктаж» үткәрҙе, уларға юғары уҡыу йорто, 2026 йылға ҡабул итеү ҡағиҙәләре һәм планы, сығарылыш студенттарын эшкә урынлаштырыу перспективалары тураһында һөйләне.
 - Абитуриенттар менән туранан-тура аралашыу- дөрөҫ һайлау яһарға ярҙам итеүҙең иң яҡшы ысулы. Беҙ бында Өфө фән һәм технологиялар университетына уҡырға инеү тураһында бөтә һорауҙарға яуап биреү һәм һеҙҙең киләсәктәге перспективаларығыҙҙы күрһәтеү өсөн йыйылдыҡ. Беҙ аралашыу өсөн асыҡ, бөтә бәйләнештәрҙе бирергә әҙер һәм һеҙҙе беҙҙең командала көтәбеҙ! - тип билдәләне Вадим Петрович.
-  Стәрлетамаҡ филиалы Өфө университетының иң эре структура бүлексәһе булып тора. Бында 9,5 меңдән ашыу студент белем ала. Филиалда - 8 факультет һәм колледж, был классик һәм көнүҙәк профилдәге программаларҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә. Иң төп һорауҙарҙың береһе – бюджет урындармы бармы тигән һорауға яуап итеп, 2026-2027 уҡыу йылына урта һөнәри белем биреү программалары буйынса 165 бюджет урыны, бакалавриатта һәм белгеслектә 520 урын, магистратурала 111 урын ҡаралған тип әйтә алам. Беҙҙең филиал уҡыу, ғаилә һәм ғәҙәти мөхит менән бәйләнеште һаҡлап, йәшәү урынын алмаштырмайынса, сифатлы юғары белем алырға мөмкинлек бирә. Бушлай сифатлы һөнәр генә алып ҡалмайһығыҙ,шул уҡ ваҡытта беҙҙең студенттарға стипендия ла түләнә - тип һөйләп үтте ӨФһТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы директоры Игорь Сыров. 
Аҙаҡтан һүҙ белем биреү эшмәкәрлеге буйынса проректор Илгиз Раян улы Ҡәҙерғоловҡа бирелде.
- Игорь Анатальевич әйтеп китеүенсә, беҙҙең филиалдарҙа ысынлап та, бюджет урындары бик күп, быйыл 7 меңдән ашыу  урын бүленде, 150 әҙерлек йүнәлеше, уҡыу өсөн мөмкинлектәр бик күп, унан тыш, спортта, йәмәғәт эшмәкәрлегендә, ижади эшмәкәрлектә үҫешеү мөмкинлеге лә бар, 2025 йылда беҙҙең ишектәрҙе 14100 беренсе курс студенты асты.
 Сығарылыш класҡа еткәс тә, ата-әсәләр һәм абитуриенттар интернетта вуздарҙың рейтингын эҙләй башлай һәм  уларҙы яңылыш баһалай ала. Төрлө йүнәлештәр буйынса юғары уҡыу йорттарының рейтингы бик күп. Университетыбыҙ IT белгестәре, ғилми, гуманитар белгеслектәр буйынса иң көслө егерме рейтингы иҫәбенә ингән. Рейтингтар эш хаҡы кимәленән, сығарылыш уҡыусыларының эшкә урынлашыу проценты буйынса билдәләнә.  Беҙҙә белем биреү программаларын бойомға ашырыу буйынса ойошмалар ҙур базаға эйә. Проект стажировкалары ойошторабыҙ, бөтә сығарылыш уҡыусыларыбыҙ ҙа эшкә урынлаша. БДИ балдары буйынса әйткәндә, әгәр ҙә һеҙ  70-80 балл йыйғанһығыҙ икән, тимәк уҡырға инә аласаҡһығыҙ, бынан тыш( миҙал, вуз ойошторған олимпиадаларҙа ҡатнашыу, гто билдәһе өсөн) тағы ла балдар өҫтәлә,- тип сығыш яһаны Илгиз Раян улы.
 Ринат Закир улы Төлкөбаев белдереүенсә, документтарҙы өйҙән сыҡмайынса ғына, “Дәүләт хеҙмәттәре” аша ла тапшырырға мөмкин.  Шул уҡ ваҡытта ғаризаны шәхсән килеп, почта һәм юғары уҡыу йорттары сайттары аша ебәрергә мөмкин. Ғариза бюджет, шул иҫәптән маҡсатлы һәм түләүле, көндөҙгө, көндөҙгө-ситтән тороп һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәренә, бакалавриат һәм белгеслек программаларына ҡабул ителә. Тағы ла абитуриенттар дәүләт хеҙмәттәре порталы ярҙамында эш биреүсе менән маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡыу килешеүен төҙөй ала.
 МХО-ла ҡатнашып, һәләк булған йәки ауыр яраланғандарҙың балалары юғары уҡыу йортона имтиханһыҙ ҡабул ителә. Ошо уҡ ташлама Чечен, Афған һуғышында ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн дә ҡаралған. Бының өсөн хәрби комиссариаттан белешмә һәм хәрби хәрәкәт таныҡлығы күсермәһе кәрәк буласаҡ. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән булған студенттарға, алда күрһәтелгән льготаларҙан тыш, башҡа ярҙам төрҙәре лә ҡаралған. Яугир балаларының дөйөм ятаҡҡа урынлашҡанда өҫтөнлөгө бар.
 Шулай итеп, ата-әсәләр һәм буласаҡ абитуриенттар был йыйылышта үҙҙәренең һорауҙарына яуап һәм файҙалы мәғлүмәт ала алды.
ОСРАҠЛЫЛЫЛЫҠ ОСРАҠЛЫ ТҮГЕЛ
 Йыйылыштың программаһы рәсми докладтарҙан ғына торманы, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында  ректор, химия фәндәре докторы Вадим Захаровтың «Белем» программаһы сиктәрендә «Фән - булмыш: студенттар менән туранан-тур аралашыу» форматында осрашыуы үҙәк ваҡиғаларҙың береһе булып торҙо. Ректор студенттарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе һәм үҙе менән дә яҡындан таныштырҙы.
 - Мин Күгәрсен районының Семено-Петровское ауылында тыуып-үҫтем. Шул  уҡ ауылда мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, башҡорт дәүләт университетының химия факультетына уҡырға индем. 1997 йылда юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлағас өс ай хеҙмәт килешеүе буйынса ғилми-тикшеренеү лабораторияһында инженер булып эшләнем. 1997-2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының көндөҙгө аспирантураһында уҡыным. 2000 йылда РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, химия фәндәре докторы профессор К. С. Минскер етәкселегендә химия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеүгә диссертацияны ваҡытынан алда яҡлап, тикшеренеү лабораторияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре вазифаһында һөнәри эшмәкәрлегемде башланым.
 2001-2004 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының көндөҙгө докторантураһында уҡый. 2004 йылда химия фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә диссертацияһын яҡлап,юғары молекуляр берләшмәләр һәм дөйөм химия технологияһы кафедраһы профессоры вазифаһында эшләй башланым, - тип һөйләп үтте ул.
 Әйткәндәй, Вадим Петрович 2012 йылда - Башҡорт дәүләт университетының фәнни эштәр буйынса проректоры, 2018-2020 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының фәнни һәм инновацион эштәр буйынса проректоры итеп тәғәйенләнә.
 2020 йылдың июлендә Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыһы итеп беләбеҙ , 2022 йылдың 8 апреленән - Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы, ә  2022 йылдың 1 ноябренән - Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры вазифаһында эшләй.
 Вадим Захаровтың  фәнни эшмәкәрлеге шыйыҡ фазала тиҙ үтеүсе процестарҙың макрокинетикаһын, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыуҙың физик-химик ысулдарын өйрәнеүгә арналған. Ул 8 монография, шул иҫәптән сит илдә (Бөйөк Британияла, Нидерландта һәм Америка ҡушма штаттарында өс эш нәшер ителгән), 200-ҙән ашыу ғилми мәҡәлә авторы, уларҙың күбеһе рефераттар рәүешендә  Web of Science  һәм Scopus  халыҡ-ара базаһында, 25 патентта һаҡлана. Уйлап табыуҙар иҡтисадтың реаль секторы предприятиеларында, шул иҫәптән Башҡортостандың ҙур сәнәғәт предприятиеларында файҙаланыла. «Икенсе полипропилен нигеҙендә биотарҡалыусы полимер композицион материал» проектының авторҙашы ла, ул Роспатент баһаһы буйынса 10 уйлап табыу исемлегенә инде. Фәнни етәксе булараҡ, 5 фән кандидатын, ғилми консультант сифатында бер фән докторын әҙерләгән.
 Университеттың ректоры, химия фәндәре докторы менән студенттарҙың туранан-тура аралашыуы бик йәнле барҙы. Заманса белем биреү мөхитендә студенттар медиаһының роле фекер алышыуҙа төп темаларҙың береһе булды. Иҡтисад факультеты активистары Алина Шәмсетдинованың өҫтөнлөклө бурыстар тураһында һорауына яуап биреп, Вадим Захаров, бөгөн медиасылар мөһим миссия башҡара - улар тышҡы донъя өсөн университеттың цифрлы образын тыуҙыра, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ректор фекеренсә, был образ матур ғына түгел, ә юғары уҡыу йорто диуарҙарында барған реаль ваҡиғаларҙы сағылдырыусы ышаныслы булырға тейеш. Вадим Петрович билдәләүенсә, университет көн һайын уның виртуаль киңлеген һәр кемгә аңлайышлы итеү өҫтөндә эшләй. Был йүнәлештәге уңыштың төп критерийы – Өфө фән һәм технологиялар университеты  брендының бөтә ерҙә лә танылыу яулауы, тип иҫәпләй ул.
 Өфө фән һәм технологиялар  университетының ректоры химия фәндәре докторы булыуын иҫтә тотоп, тарих факультеты студенты Арина Ланцева  киң мәғлүмәт сараларын «катализатор» менән сағыштырып, медиаүҙәк эшен химия призмаһы аша ҡарарға тәҡдим итте. Вадим Захаров был ҡарар менән ризалашты, медиамөхиттәрҙең һәм коммуникациялар менән шөғөлләнеүсе кешеләрҙең уҡытыусылар, хакимиәт һәм уҡыусылар араһында мөһим инеү нөктәһе һәм бәйләүсе звено булып тороуын билдәләне.
 Сифатлы медиа ярҙамында ғына  һәр кемгә туранан-тура мәғлүмәт еткерергә, һөҙөмтәле кире бәйләнеш алырға була тип аңлатты ректор. Уның һүҙҙәренсә, идеаль үҙ-ара эш итеү формулаһы ике элементҡа ҡоролған:  ғәҙел, йәнле диалог һәм медиаүҙәктең коммуникация системаһын төҙөү һәләте, ул саҡта мәғлүмәт һәр студентҡа барып етәсәк.
 Шулай уҡ ректорҙың нисек етәксе булып китеүе, ни өсөн тап химия факультетын һайлауы тураһында  ла ҡыҙыҡһынып  һорау бирҙе ӨФһТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы колледжы студенты Лолита Николаева.  Ректор үҙенең яҙмышында киҫкен боролош тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты: тәүҙә ул педагогия университетына уҡырға инергә уйлаған.
 - Бер ваҡыт мәктәптәге химия уҡытыусыһынан хат килеп төштө. Ул миңә Башҡорт дәүләт университетының химия факультетында үҙемде һынап ҡарарға тәҡдим иткән. Әлеге ваҡытта уйлап ҡараһам, был ябай түгел, «тылсымлы»хат булып сыҡты тип әйтһәм дә була, сөнки тап ул бөгөнгө яҙмышыма йоғонто яһаған да инде.  Был хатты алмаған булһам, бәлки педагогия университетын уҡып бөтөп, уҡытыусы булып эшләгән дә булыр инем. Әммә хатты ҡулыма алып, уҡып, уҡытыусымдың кәңәшен тыңлап,химия фәне юлынан китеүемә һис кенә лә үкенмәйем,- тине ул.
 Вадим Захаров студенттарға яҙмыш билдәләренә иғтибарлыраҡ ҡарарға һәм үҙгәрештәрҙән ҡурҡмаҫҡа кәңәш итте. Тормошта осраҡлылыҡ осраҡлы түгел, ә бөгөн яһалған һәр аҙым үҙенсәлекле һәм ҙур уңыш тарихына әүерелә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
 Етәкселәр менән студенттарҙың туранан-тура аралашыуы -  университет мөхитен йәнле һәм берҙәм иткәнлеген тағы бер тапҡыр раҫланы был осрашыу.
Г.ҠЫУАТОВА.

СИФАТЛЫ БЕЛЕМ АЛҒЫҢ КИЛҺӘ, ӨФӨ ФӘН ҺӘМ ТЕХНОЛОГИЯЛАР УНИВЕРСИТЕТЫ ҺИНЕ КӨТӘ!
СИФАТЛЫ БЕЛЕМ АЛҒЫҢ КИЛҺӘ, ӨФӨ ФӘН ҺӘМ ТЕХНОЛОГИЯЛАР УНИВЕРСИТЕТЫ ҺИНЕ КӨТӘ!
СИФАТЛЫ БЕЛЕМ АЛҒЫҢ КИЛҺӘ, ӨФӨ ФӘН ҺӘМ ТЕХНОЛОГИЯЛАР УНИВЕРСИТЕТЫ ҺИНЕ КӨТӘ!
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас