Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
30 Март , 07:57

Башҡортостанда «Йыл уҡытыусыһы-2026» һайланды

26 мартта Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында бер юлы бер нисә педагогик оҫталыҡ конкурсына: «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы», «Туған тел һәм әҙәбиәт йыл уҡытыусыһы» конкурстарына, «Рәсәйҙең уҡытыусы-дефектологы» бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабына, «Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» республика конкурсына һәм «СОТЫ» педагогик марафонына йомғаҡ яһалды.

Башҡортостанда «Йыл уҡытыусыһы-2026» һайландыБашҡортостанда «Йыл уҡытыусыһы-2026» һайланды
Башҡортостанда «Йыл уҡытыусыһы-2026» һайланды

«Рәсәйҙең уҡытыусы-дефектологы» бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы сиктәрендә Стәрлетамаҡтың һаңғырау һәм насар ишеткән уҡыусылар өсөн коррекция мәктәп-интернаты уҡытыусыһы Ирина Ҡорманаева йыл дефектологы булды.
Конкурс еңеүселәре һәм призерҙары Башҡортостан Мәғариф министрлығының ведомство наградаларына, Мәғариф министрлығының һәм Башҡортостан Башлығының аҡсалата премияларына, шулай уҡ конкурс партнерҙарынан бүләктәргә лайыҡ булды.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас