Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Март , 18:32

«Театр яҙы-2026» фестивале еңеүселәре иғлан ителде

Өфөлә «Театр яҙы - 2026» республика конкурс-фестиваленең сағыу мәҙәни марафоны тамамланды

«Театр яҙы-2026» фестивале еңеүселәре иғлан ителде
«Театр яҙы-2026» фестивале еңеүселәре иғлан ителде

Сараны ябыу тантанаһы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында уҙҙы.
Фестивалдә республиканың бөтә алдынғы театр коллективтары ҡатнашты, улар һуңғы ике миҙгелдә үҙҙәренең иң яҡшы спектаклдәрен тәҡдим итте.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Рус драма театры һәм И.Йомағолов исемендәге башҡорт драма театры лауреат исемдәрен алды.
«Иң яҡшы режиссёр эше» номинацияһында - Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрының «Өлкән улым» (Александр Вампилов) спектакле өсөн Илсур Ҡаҙаҡбаев лайыҡ булһа, «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһын - Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрының «Өлкән улы» спектаклендә Сарафанов роле өсөн Марат Зөбәйеров алды.
«Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» - Стәрлетамаҡ рус драма театрының «Дядя Ваня» спектаклендә Сони роле өсөн Камилла Хәкимоваға бирелде (Антон Чехов, инсценировка авторы һәм режиссеры - Дмитрий Акимов).
«Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле» - Стәрлетамаҡ рус драма театрының «Дядя Ваня» спектаклендә Телегин роле өсөн Александр Васин (Антон Чехов, инсценировка авторы һәм режиссеры - Дмитрий Акимов).
Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзының Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге махсус премияһы Стәрлетамаҡ рус драма театрының «Дядя Ваня» спектаклендә Войницкий Иван Петрович роле өсөн Артур Ишмөхәмәтовҡа бирелде (Антон Чехов, инсценировка авторы һәм режиссеры - Дмитрий Акимов).

«Театр яҙы-2026» фестивале еңеүселәре иғлан ителде
«Театр яҙы-2026» фестивале еңеүселәре иғлан ителде
Автор: Гулькей Куватова
Читайте нас