Ашҡаҙар
+5 °С
Болотло
Общие статьи
3 Апрель , 05:35

Президенттан - Рәхмәт хаты

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандың өс күренекле спорт эшмәкәрен дәртләндереү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Президенттан - Рәхмәт хатыПрезиденттан - Рәхмәт хаты
Президенттан - Рәхмәт хаты

 Ижтимағи мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индергәне, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, физик культура һәм спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм «Рәсәй-спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумын уңышлы үткәргәне өсөн Өфөлә Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаттары «Ватанды һаҡлаусылар» Дәүләт фонды филиалының Башҡортостан Республикаһы буйынса социаль координаторы, дүрт тапҡыр паралимпия чемпионы Ирек Зариповҡа, Башҡортостан Республикаһының Фехтование буйынса спорт әҙерлеге үҙәге директоры Лира Грушина һәм Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге директоры Юлиә Чачинаға тапшырылды.
Үҙ эшенә тоғро булған һәм республика, илдә спортты үҫтереүгә тос өлөш индергән кешеләргә юғары баһа. Барыһын да ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Президенттан - Рәхмәт хаты
Президенттан - Рәхмәт хаты
Президенттан - Рәхмәт хаты
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас