Ашҡаҙар
+5 °С
Облачно
Общие статьи
6 Апреля , 06:57

ҺӨНӘРИ БАЙРАМЫҒЫҘ МЕНӘН!

Бөгөн һөнәри байрамдарын РФ Эске эштәр министрлығының тәфтиш органдары хеҙмәткәрҙәре билдәләй.

ҺӨНӘРИ БАЙРАМЫҒЫҘ МЕНӘН!ҺӨНӘРИ БАЙРАМЫҒЫҘ МЕНӘН!
ҺӨНӘРИ БАЙРАМЫҒЫҘ МЕНӘН!

Уларҙың эштәре ҙур яуаплылыҡ талап итә.
Тап тәфтишселәр көн һайын енәйәттәрҙе тикшереү, ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау һәм язаның ҡотолғоһоҙ булыуын тәьмин итеү буйынса мөһим бурысты үтәй.
Уларҙың тикшереү эше - бик ҡатмарлы процесс, унда деталдәргә иғтибар итеү, факттарҙы анализлау һәм төплө уйланылған ҡарарҙар ҡабул итә белеү мөһим. Тикшереүҙәрҙең дөрөҫлөгө һәм граждандарҙың законлы хоҡуҡтарын яҡлау тәфтишселәрҙең һөнәри оҫталығына бәйләнгән.
Рәсәй Эске эштәр министрлығыны хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, сабырлыҡ, эшегеҙҙә уңыштар һәм граждандарҙың, дәүләттең именлеге хаҡына артабан да һөҙөмтәле хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйбеҙ.

Фото: яһалма зиһен

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас