Ашҡаҙар
+5 °С
Болотло
Общие статьи
7 Апрель , 05:19

ДАҒСТАНДЫ ТАШҠЫНДЫҢ ИКЕНСЕ ТУЛҠЫНЫ ҠАПЛАНЫ

Дағстандығы ташҡындың икенсе тулҡыны әллә күпме кеше ғүмерҙәрен өҙгән һәм 2000-дән ашыу йортто "йотҡан".

ДАҒСТАНДЫ ТАШҠЫНДЫҢ ИКЕНСЕ ТУЛҠЫНЫ ҠАПЛАНЫДАҒСТАНДЫ ТАШҠЫНДЫҢ ИКЕНСЕ ТУЛҠЫНЫ ҠАПЛАНЫ
ДАҒСТАНДЫ ТАШҠЫНДЫҢ ИКЕНСЕ ТУЛҠЫНЫ ҠАПЛАНЫ

Март аҙағында Дағстанда яуған ҡойма ямғырҙар һыу баҫыуға килтерҙе, апрелгә инде меңдәрсә торлаҡ йортто солғап алды һәм әллә күпме кешеләрҙең үлеменә килтерҙе. Әлеге ваҡытта ашығыс хеҙмәттәр стихия бәрелеүенең эҙемтәләре менән көрәшә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбегә 2075 йорт, 1817 йорт яны участкаһы һәм 173 автомобиль юлы һыу аҫтында ҡала.
Айырыуса Дербент районында көсөргәнешле хәл күҙәтелә, бында Геджух һыу һаҡлағысының дамбаһы уйылып төшә.
Һыу баҫыу зонаһына эләккән ауылдарҙан ашығыс рәүештә 4165 кеше, шул иҫәптән 823 бала сығарылған.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас