Общие статьи
7 Апреля , 09:35

ДЕМЕНЦИЯ “ЙӘШӘРӘ”

Психик сәләмәтлекте нисек һаҡларға?

ДЕМЕНЦИЯ “ЙӘШӘРӘ”ДЕМЕНЦИЯ “ЙӘШӘРӘ”
ДЕМЕНЦИЯ “ЙӘШӘРӘ”

  Психиатрия – медицинаның кеше тәне түгел, ә күңелен дауалаған берҙән-бер өлкәһе. Унда эшләгән кешеләр ҙә бик үҙенсәлекле, башҡа табиптарҙан айырылып торалар.
 “Яҡшы психиатрға кешене һәм уның күңел кисерештәрен аңлай белеү мөһим”,  тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Стәрлетамаҡ психиатрия дауаханаһының медицина буйынса баш табиптың урынбаҫары Байгөбәков Илһам Йәмил улы. “ Әммә быға һәр кем һәләтле түгел. Кемдәр кеше күңелен аңлай алмай,  оҙаҡламай медицинаның был өлкәһенән китә лә инде”.
 Ҡасандыр Башҡорт дәүләт медицина университетында балалар табибы һөнәрен үҙләштереп йөрөгән Стәрлетамаҡ егете, аҡса эшләргә психиатрия дауаханаһына бара һәм психик ауырыуҙарға дусар булған кешеләргә артабан да  ярҙам итеү теләге менән яна башлай. Аҙаҡтан интернатураны психиатрия буйынса уңышлы тамамлап, хеҙмәт юлын тыуған ҡалаһы- Стәрлетамаҡта дауам итә.
 Бөтә донъя сәләмәтлек көнө уңайынан, ҡала кешеләренең психик торошо,был сирҙән үҙеңде нисек һаҡларға, ғөмүмән, психик ауырыуҙар  һәм йәштәр араһында популярлыҡ яулай барған “дуркинг “ йүнәлеше тураһында  Илһам Йәмил улы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
 - Илһам Йәмилевич, бөгөнгө көндә психологик, социаль яҡтан еңел булмаған осорҙа ҡала халҡының психик торошо нисек икән? Психиатрҙан ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр бармы?
 Дөйөм күҙлектән сығып әйткәндә,бөгөнгө көндә ҡалала 3200 кеше иҫәптә тора, 6 мең кеше күҙәтеү аҫтында, психиатрия дауаханаһында 440 кеше ята( бында Стәрлетамаҡ ҡалаһы ғына түгел, психиатрия дауаханаһына Стәрлетамаҡтан башҡа,тағы 8 район ҡарай). Шулай уҡ  балалар һәм ололар өсөн айырым ике  көндөҙгө стационар ҙа бар. Уларҙа 13 бала һәм 45 оло кеше дауаланыу үтә. 
 - Стәрлетамаҡта йәшәүселәр психиатрға йышыраҡ ниндәй проблемалар менән мөрәжәғәт итә?
 
Аҡылға зәғифлек, шизофрения, деменция, аутизм, әлбиттә, бында нәҫел үҙенсәлектәре лә ҙур әһәмиәткә эйә, шулай уҡ эскелек, баш мейеһенең йәрәхәтләнеүе менән бәйле булған психик ауырыуҙар менән мөрәжәғәт итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус деменцияны «йәшәртте».
 
Бындай сирҙәрҙе тулыһынса дауалауға өмөт бармы?
 
Әлбиттә, бар. Күбеһе дауаланып сыға. Һәр ауырыуҙың тулыһынса һауығыуы йәки психик хәле яҡшырыуы уның үҙенән тора. Бының өсөн төп шарттарҙың береһе – ваҡытында табипҡа мөрәжәғәт итеү. Табиптарҙың кәңәш-тәҡдимдәрен теүәл үтәгәндә барыһы ла сирле файҙаһына буласаҡ.
 - Психиканы нисек һаҡларға?Нимәләр кәңәш итер инегеҙ?
 
Иң беренсе, көн тәртибен булдырығыҙ, насар ғәҙәттәрҙән ҡотолорға, дөрөҫ туҡланырға, ыңғай фекер йөрөтөргә,  социаль селтәрҙәргә әҙерәк ултырырға кәрәк. Әгәр ҙә ауыр хәлдән үҙегеҙ “сыға алмаһағыҙ”, белгескә мөрәжәғәт итегеҙ. Көсөргәнешле эш режимы, көнкүрештәге проблемалар, наркоманлыҡ, алкоголизм һәм башҡалар кеше психикаһын юҡҡа сығара. Шуға күрә, күберәк художестволы әҫәрҙәр уҡығыҙ, йоҡо режимын булдырығыҙ һәм ваҡытында табиптарға күренеп тороғоҙ.
 - Интернет селтәрҙәрендә ғәҙәти булмаған дуркинг исеме менән яңы йүнәлеш популярлыҡ яулай бара. Йәштәр араһында был психологик сәләмәтлек тураһында хәстәрлек күреп,үҙҙәре психиатрия клиникаларына барып ятыуҙы аңлата.Һеҙ быға нисек ҡарайһығыҙ?
 -
Улар өсөн был уйын, быны ҡыҙыҡ өсөн эшләйҙәр, тип уйлайым. Психиатрия дауаханаһында ятып алғым килә тигәндә, улар  аҡса түләп, аныҡ сирҙе дауалау өсөн түгел, ә шифаханаға әүерелдергән, шәхси клиникаларҙы күҙ уңында тота. Әлбиттә, беҙҙә бер-ниндәй сәбәпһеҙ,психик ауырыуы булмаған кешене дауаханаға һалмайҙар.Бында  пациенттарҙың һәм хеҙмәткәрҙәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән ҡәтғи эске ҡағиҙәләр ғәмәлдә.
 - Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Илһам Йәмилевич.
 Г.ҠЫУАТОВА.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас