Ашҡаҙар
+5 °С
Облачно
Общие статьи
7 Апреля , 04:07

Радий Хәбиров республика уҡытыусыларына һәм уҡыусыларына наградалар тапшырҙы

Башҡортостан - «Сириус»та үткән химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәре һаны буйынса тәүге өсәү иҫәбендә.

Радий Хәбиров республика уҡытыусыларына һәм уҡыусыларына наградалар тапшырҙыРадий Хәбиров республика уҡытыусыларына һәм уҡыусыларына наградалар тапшырҙы
Радий Хәбиров республика уҡытыусыларына һәм уҡыусыларына наградалар тапшырҙы

6 апрелдә аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республика уҡытыусыларына һәм уҡыусыларына Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Мәҫәлән, Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы директоры Игорь Нуйкин Башҡортостандың почёт грамотаһына лайыҡ булды. Мәғариф учреждениеһы «Профессионалдар» чемпионатының төбәк этабында лидерҙарҙың береһе булды, шулай уҡ 2025 йылда «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» федераль проектын бойомға ашырыу буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы 10 колледжы иҫәбенә инде.
- Былтырғы йомғаҡтар буйынса колледж илдә иң яҡшыларҙың береһе булды. Артабан да шулай булһын! Эште яҡшы ойошторғанығыҙ өсөн рәхмәт, - тине Радий Хәбиров. - Беҙҙең һөнәри белем биреү системаһында 92 колледж эшләй, улар мөһим бурыстарҙы үтәй. Тәү сиратта, был иҡтисад өсөн талап ителгән кадрҙар әҙерләү. Һуңғы йылдарҙа был өлкәгә байтаҡ аҡса йүнәлттек һәм уны камиллаштырыуҙы дауам итәсәкбеҙ.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас