

"Донъя чемпионы, биш тапҡыр көмөш призер, команда ярыштарында бронза призеры. Бөтә миҙалдар — шәхси категорияларҙа. Һуңғы 4 йыл — Рәсәй йыйылма командаһы составында.
Был беҙҙең беренсе «проектыбыҙ», уның менән беҙ бөтәһен дә бергә үттек: хаталаныуҙар, еңелеүҙәр, үҫеш… һәм киләсәк быуындар өсөн системаны бергәләп төҙөнөк. Ләкин мин башҡа нәмә тураһында һөйләп үткем килә...
Искәндәрҙең еңеүе минең өсөн айырым бер ҡаҙаныш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның әсәһе — Басареева Резеда Ризван ҡыҙы (ул саҡта ҡаланың өлкән прокуроры) — ҡапыл ауырып китте... һәм беҙ уны ни бары 3 ай эсендә юғалттыҡ…
Мин уның менән һуңғы аралашыуҙарҙың береһен бер ваҡытта ла онотмайым.
Ул миңә былай тине:
«Саш… ( ул һәр саҡ миңә Александр Валерьевич тип өндәшә торғайны)… Искәндәрҙе ташлама, уны аҙағына тиклем еткер… минең бөтә өмөтөм һиндә…»
Шуға күрә уның спорт мастеры, Рәсәйҙәге тәүге еңеүҙәре, оло йыйылма командалағы тәүге аҙымдары, донъялағы тәүге миҙалдары… — барыһында ла әсәһе уйымда булды.
Шул яҡтан беҙ Искәндәр менән оҡшашбыҙ. Ышанам,тормошта ла ул ҙур бейеклектәргә ирешер! Беҙҙең ҙур командабыҙҙы ҡотлайым,- тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәрендә Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Александр Махновский.
Беҙ ҙә Искәндәрҙе ҡотлайбыҙ! Яңынан-яңы үрҙәр теләп ҡалабыҙ!