Ашҡаҙар
+5 °С
Облачно
Общие статьи
16 Апреля , 04:49

СТӘРЛЕТАМАҠТА ДИКТАНТ ЯҘЫУ МАЙҘАНСЫҠТАРЫ БИЛДӘЛЕ БУЛДЫ

Иртәгә "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2026" акцияһы үтә.

СТӘРЛЕТАМАҠТА ДИКТАНТ ЯҘЫУ МАЙҘАНСЫҠТАРЫ БИЛДӘЛЕ БУЛДЫСТӘРЛЕТАМАҠТА ДИКТАНТ ЯҘЫУ МАЙҘАНСЫҠТАРЫ БИЛДӘЛЕ БУЛДЫ
СТӘРЛЕТАМАҠТА ДИКТАНТ ЯҘЫУ МАЙҘАНСЫҠТАРЫ БИЛДӘЛЕ БУЛДЫ

     2026 йылда диктант темалары Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында ҙур һәм татыу ғаилә йылына һәм башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Сокоройҙың тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған. Акцияның девизы: "Тел – халҡыбыҙҙың рухи мираҫы".
  Диктанттың маҡсаты-Башҡортостанда, Рәсәйҙең Башҡа төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә башҡорт телен популярлаштырыу, шулай уҡ тел мәҙәниәтен күтәреү  булып тора.
Стәрлетамаҡта диктант яҙыу майҙансыҡтары Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында ( Ленин проспекты,49) һәм 7-се китапхана филиалында ( Дуҫлыҡ урамы, 37а) ойошторола.
Акцияла онлайн ҡатнашыу өсөн, диктанттың рәсми сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә тура эфир яҙмаһын ҡулланырға мөмкин. Онлайн форматта ҡатнашыусыларҙың эштәре 2026 йылдың 17 апрелендә 23:59 сәғәткә тиклем (урындағы ваҡыт буйынса) акцияның рәсми сайтында bashdictant.ru/ һәм "МАКС" мессенджерының @bash_dictant_bot чат-боты аша ҡабул ителә.

Акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла сертификаттар тапшырыла: онлайн-форматта ҡатнашыусыларға – электрон, офлайн майҙансыҡтарҙа ҡатнашыусыларға – ҡағыҙ сертификаттар.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас