Ел иҫәме? Ярай. Йылға шаулаймы? Был йөрәккә тыныслыҡ, күңелгә шатлыҡ ҡына өҫтәй. Диктант яҙыусылар — һәр юлды тырышып яҙҙы, ә Стәрле йылғаһы, һүҙҙәрҙә үҙенең исеме яңғырағанын түҙемлек менән көткәндәй булды.
Бөгөн бөтә донъя диктант яҙҙы, әммә тап бында, һыу буйында, ваҡыттар менән быуындар араһындағы бәйләнеш айырыуса ныҡ тойолдо. Һәр дөрөҫ ҡуйылған тыныш билдәһе — ата-бабаларыбыҙға хөрмәт. Һәр яҙылған хәреф — телдең киләсәгенә туранан-тура йоғонто яһаны.
Ойоштороусыларға — тынсыу бүлмәләрҙән сығырға баҙнат иткәндәре өсөн, ә ҡатнашыусыларға — янып торған күҙҙәре өсөн ҙур рәхмәт! Кемдәр диктантты яҙмай ҡалған- киләһе йыл мотлаҡ ҡушылығыҙ! Яҙғанда, һөйләшкәндә телебеҙ йәшәй. Тел йәшәй икән, тимәк халҡыбыҙҙың да киләсәге бар әле! Аллаға шөкөр!