

Был йылда Бөтә Рәсәй «Библиотөн-2026» акцияһы «Халыҡтар берҙәмлеге — Рәсәй көсө» девизы аҫтында үтте һәм Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге йылына, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына һәм беҙҙең ҡалабыҙҙың 260 йыллығына бағышланды.
Иғтибар үҙәгендә Эльвира Степанованың әҫәренә нигеҙләнгән "Ҡарт ямсы әкиәте…" балалар спектакле премьераһы булды. «Китап ижади оҫтаханаһында» ҡуйылған спектакль, Стәрлетамаҡты ҡотҡарған легендар ҡаҙҙар тураһында күңелгә үтеп инерлек булды.
Сәхнәнән тыуған яҡҡа ихлас һөйөү һүҙҙәре яңғыраны. «Тыуған ҡаланың тауышы» мөхитен булдырып, даими уҡыусылар һәм йәш авторҙар ғаилә һәм берҙәмлек тураһында төрлө телдәрҙә шиғырҙар уҡып ишеттерҙе.
Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенттарының сығышы байрамға тағы ла мәртәбә өҫтәне. Уларҙың күп милләтле музыкаль программаһы дуҫлыҡ гимнына әйләнде.
Ҡунаҡтар «Йәнле традициялар ебе» һөнәрселек күргәҙмәһенә барып, «Көйҙө тап» уйынында үҙҙәрен һынап ҡараны, оҫталыҡ дәрестәренә ҡушылды һәм Виртуаль концерт залында классик әҫәрҙәрҙән ләззәт алды.
«Библиотөн-2026» тағы бер тапҡыр Стәрлетамаҡтың таланттарға бай, ә китапхана яңы идеялар тыуҙырған һәм ғаилә традицияларын нығытҡан урын булып ҡалыуын раҫланы.
Анастасия Ададурова фотолары.