

Был юлы Стәрлетамаҡтан өс проект еңеү яуланы.
«Фаворит» халыҡ бал бейеүҙәре ансамбле тарафынан ойошторолған "Бәхет -ул бейеү" инклюзив ғаилә фестивале проекты 977 736 һум аҡса аласаҡ. Проект 8 йәштән 18 йәшкә тиклемге хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы коляскала бейеү дәрестәре аша йәмғиәткә яраштырыуға йүнәлтелгән.
Икенсе грант иһә, Башҡортостандың спорт һәм адаптив каратэ федерацияһы тәҡдим иткән «Малыш-каратист 2.0» проектына биреләсәк. Грант суммаһы 2 518 423,5 һум тәшкил итә. Проект сиктәрендә 1200 мәктәпкә тиклемге бала, шул иҫәптән мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн адаптив физик культура һәм каратэ менән шөғөлләнеүҙең уңайлы системаһы булдырыласаҡ.
«Үҫеш дәрестәре» үҫеш үҙәге тарафынан тәҡдим ителгән «Все не как все» проекты 999 301,8 һум аҡса аласаҡ. Проект сиктәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының 24-се мәктәбендә уҡыған менталь ауырыуҙары булған балаларға сифатлы белем алыу шарттары булдырыу ҡаралған.
Шулай уҡ, Стәрлетамаҡ хакимиәте хәбәр итеүенсә, «Беренселәр хәрәкәте» гранттары ярҙамында «Яҡшы эштәр донъяһы» проекты тормошҡа ашырыласаҡ. Проект «Ҡала экскурсоводтары академияһы «Маршрут нөктәһе» тип атала. Уның ҡатнашыусылары академияла бушлай уҡыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ, үҙ экскурсияларын булдырасаҡ һәм һуңынан «Башгид» туроператоры менән берлектә уларҙы үткәрәсәк.