Ашҡаҙар
+28 °С
Облачно
Общие статьи
20 Июня , 09:10

ХАЛЫҠТАР БЕРҘӘМЛЕГЕ - РӘСӘЙ КӨСӨ

Бөгөн Стәрлетамаҡта рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, милләт-ара татыулыҡты һәм йәмәғәт берҙәмлеген нығытыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы мосолмандары диниә наҙараты тарафынан «Халыҡтар берҙәмлеге – Рәсәй көсө» һабантуйы бара.

ХАЛЫҠТАР БЕРҘӘМЛЕГЕ - РӘСӘЙ КӨСӨХАЛЫҠТАР БЕРҘӘМЛЕГЕ - РӘСӘЙ КӨСӨ
ХАЛЫҠТАР БЕРҘӘМЛЕГЕ - РӘСӘЙ КӨСӨ

Ул ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда үтте. Был байрам дин вәкилдәрен, йәмәғәт ойошмаларын, йәштәрҙе, ғаиләләрҙе, спортсыларҙы, һөнәрселәрҙе һәм эшҡыуарҙарҙы берләштерҙе.
    Байрамды тантаналы асып, Стәрлетамаҡ ҡала округы Советы рәйесе Игорь Сыров, быйылғы сараның беҙҙең республикалағы ҙур һәм татыу ғаилә йылына һәм илдәге Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Бөгөнгө сара татыулыҡты нығытыуға йүнәлтелгән. Берҙәмлектә–  беҙҙең көс,- тине Игорь Анатольевич. Аҙаҡтан  һүҙ  Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлингә бирелде.
- Рәсәйҙә генә түгел, республикабыҙҙа ла төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Баксаны төрлө-төрлө сәскәләр биҙәгән кеүек, илебеҙҙе лә төрлө халыҡтар, уларҙың берҙәмлеге йәмләй. Артабан да шулай дуҫ һәм татыу булайыҡ, - тине һәм махсус хәрби операция зонаһында булған яугирҙарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.
Ҡунаҡтар өсөн төрлө майҙансыҡтар эшләй:
Әлбиттә, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы ағзалары байрамдың төп биҙәге-тирмәлә ҡунаҡтарҙы лайыҡлы ҡаршылап тора! Уның эсендә Айбулат Мансуров башҡарыуында ҡурай моңдарын тыңларға, башҡорт милли эсемлеге - буҙаны тәмләп ҡарарға булһа, тағы ла ҡаланың оҫтабикәләренең ҡул эштәре менән танышырға мөмкин. Ә тирмәнең тышын сәсән телле сәләмләүҙәре менән ағинәйҙәр йәмләп тора. Улар барыһын да Башҡортостан халыҡтарының йолалары, милли кейемдәре һәм кәсептәре менән таныштыра.

Ғаилә майҙансығында иһә, төрлө оҫталыҡ дәрестәре үтә.
Спорт майҙансығында төрлө ярыштар, милли көрәш, грепплинг, уйындарҙа балалар әүҙем ҡатнаша.
Кәсепселәр йәрминкәһендә оҫталарҙың эштәре, фермер продукцияһы, милли биҙәүестәр һәм сувенирҙар тәҡдим ителәр.
Гастрономия майҙансығы ҡунаҡтарҙы хәләл аш-һыуҙары һәм милли ризыҡтары менән таныштыра.
Йәштәр майҙансығында аралашыу, интеллектуаль уйындар, сағыу конкурстар

 

ХАЛЫҠТАР БЕРҘӘМЛЕГЕ - РӘСӘЙ КӨСӨ
ХАЛЫҠТАР БЕРҘӘМЛЕГЕ - РӘСӘЙ КӨСӨ
ХАЛЫҠТАР БЕРҘӘМЛЕГЕ - РӘСӘЙ КӨСӨ
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас