Ашҡаҙар
+28 °С
Облачно
Общие статьи
6 Июля , 14:26

Стәрлетамаҡта ике тәгәрмәсле транспорт хужаһы зыян күргән

Ҡалала йөк автомобиле һәм мотоцикл ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Стәрлетамаҡта ике тәгәрмәсле транспорт хужаһы зыян күргәнСтәрлетамаҡта ике тәгәрмәсле транспорт хужаһы зыян күргән
Стәрлетамаҡта ике тәгәрмәсле транспорт хужаһы зыян күргән

Ҡала Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 25 йәшлек ир идара иткән йөк машинаһы ҡаршы юлдан мотоциклда килгән 20 йәшлек егетте бәрҙергән.

Һөҙөмтәлә мотоцикл водителе зыян күргән, уны 1-се ҡала клиник дауаханаһына ебәргәндәр. Алдан бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, йәш водителдең баш мейеһе йәрәхәтләнгән. Әле тикшереү эштәре дауам итә. 


Фото: Стәрлетамаҡ буйынса эске эштәр министрлығы идаралығынан алынды. 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас