Ашҡаҙар
+28 °С
Облачно
Общие статьи
7 Июля , 05:02

Стәрлетамаҡ боксерҙары еңеү яулап ҡайтты

Түбәнге Камала  үткән һөнәри кикбоксинг һәм тай боксы буйынса  GPRO-60 («Урам һуғыштары - 4» / «Уличные бои - 4») турнирында Стәрлетамаҡтың «RED» тай боксы клубы тәрбиәләнеүселәре  уңышлы сығыш яһаны.

Стәрлетамаҡ боксерҙары еңеү яулап ҡайттыСтәрлетамаҡ боксерҙары еңеү яулап ҡайтты
Стәрлетамаҡ боксерҙары еңеү яулап ҡайтты

  Айырыуса 17 йәшлек Владимир Бойков сығышы иғтибарға лайыҡ.
Йәш спортсыбыҙға ҡаршы Ульяновскиҙан бик тәжрибәле, 37 йәшлек спортсы сыҡҡан. Йәш айырмаһына ҡарамай, Владимир рингта үҙен һалҡын ҡанлы итеп тотҡан һәм икенсе раундта дәғүәсеһен техник нокаут (TKO) менән еңгән.
Матвей Ломоносов һәм Кәрим Уразбахтин да Түбәнге Кама батырҙарына ҡаршы көсөргәнешле алышҡан. Судьяларҙың бер тауыштан биргән ҡарары буйынса, өс раунд һөҙөмтәһендә Матвей еңеү яулаған, Кәрим дә уңышлы сығыш яһаған, әммә еңеү яуларға әҙ генә мәрәйҙәр етмәгән.
Владимир Бойков, Матвей Ломоносов һәм Кәрим Уразбахтинды лайыҡлы сығыштары менән ҡотлайбыҙ! Беҙҙең батырҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм уларға һөнәри рингта яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Стәрлетамаҡ боксерҙары еңеү яулап ҡайтты
Стәрлетамаҡ боксерҙары еңеү яулап ҡайтты
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас