

Уларҙың иртәһе үҙенсәлекле йола менән башлана: Кемаль һауытты әкрен генә сайҡатып, ҡуйы төрөк кофеһын ҡайната, ә Алина иртә менән бер табаҡ итеп бешерелгән сәк-сәк һәм тыуған яҡтарҙың төрлө үләндәре еҫе аңҡыған башҡорт балын ҡуя өҫтәлгә ҡуя.
Уларҙың йортон – ваҡ-төйәктәрҙән тегелгән донъялар картаһы тиергә була. Кәштәлә – башҡорт әкиәттәре китабы һәм төрөк легендалары томы, диуарҙарында – сигелгән биҙәк, унда башҡорт орнаменты һәм төрөк мотивтары үрелеп бара, ә аш-һыу бүлмәһендә – тәмләткестәр кәштәһе: хуш еҫле зира киптерелгән бөтнөк менән йәнәш тора, һәм һәр еҫ үҙ тарихын һаҡлай.
Алина Әнил ҡыҙы- Стәрлетамаҡтан, ә Кемаль Зулал улы Төркиәнең Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан Ризе ҡалаһынан.
- Беҙҙең танышыуыбыҙ диңгеҙҙә ял иткәндә лә, танышыу сайтында ла булманы. Яҙмыш үҙе беҙҙе уртаҡ дуҫтар аша таныштырҙы. Төрөккә кейәүгә сыҡҡан Гүзәл тигән әхирәтем, тормош иптәшенең дуҫы тураһында һөйләне. “Ул бик яҡшы, намыҫлы кеше. Һин яҙ әле уға, минеңсә,һеҙ бер-берегеҙгә килешеп тораһығыҙ тигәйне,- тип һөйләй башланы үҙҙәренең танышыу тарихын Алина Кишмир.
Әхирәтенең һүҙҙәрен ишетһә лә, оҙаҡ ҡына икеләнеп йөрөй ҡыҙ, «беҙ нисек аралашырбыҙ? Мин төрөк телен бөтөнләй белмәйем бит. Мин уға нимә әйтермен? Әгәр беҙ бөтөнләй аңлаша алмаһаҡ?» тигән мең төрлө һорауҙар тыуа башында. Әммә Гүзәл ныҡышмал булып сыға һәм Алинаға, ул һинең һүҙҙәреңде тәржемә итер, бер нисә рус һүҙен өйрәнер, ә һин — бер нисә төрөк һүҙен. Иң мөһиме — теләк булһын ти.
- Нәҡ ошо һүҙҙәр миңә ҡыйыулыҡ өҫтәне,- тип дауам итә Алина. Шул ябай ғына сәләм һүҙенән, башланды ла инде беҙҙең мөхәббәт тарихы. Рәсәй менән Төркиә араһындағы дуҫлыҡ ҡына түгел, төрлө телдәр, тәржемәсе беҙҙең беренсе ярҙамсыбыҙ, ә асыҡлыҡ — беҙҙең уртаҡ телебеҙ булған тарих башланды, - тип йылмая Алина.
Шулай итеп, улар көндән-көн бер-беребеһен яҡшыраҡ белә башлаған. Үҙ ғаиләләре, йолалары, яратҡан урындары, хыяалдары һәм пландары менән бүлешкән.
- Ул минең хәбәрҙәремде сабырлыҡ менән тәржемә итһә, ә мин төрөк телендә беренсе һүҙҙәрҙе әйтергә тырыштым,- ти Алина Әнил ҡыҙы. Шул ваҡытта улар бер ябай ғына хәҡиҡәтте аңлай: мөхәббәттең сикһеҙ, ниндәй телдә һөйләшеүең, милләтеңә һәм араларҙың йыраҡ булыуына ла ҡарамай икәнлеген.
Шулай итеп, яҙышыуҙар, видеошылтыратыуҙар, урыҫ, башҡорт һәм төрөк телдәрен өйрәнеү, телефон экраны аша ғаиләләр менән танышыуҙан һуң – айҙар буйы көткән көн дә килеп етә. Хәҙер Алина менән Кемаль бер-береһен күреп, йәнле танышырға тейеш була.
Самолет Истанбул аэропортының осоу-ултырыу һыҙатына килеп төшә. Алинаның йөрәге күкрәгенән сығырҙай булып тибә башлай. Ә башында тик бер генә уй әйләнә:” Ысынлап та, был минең менәнме,был төш түгелме?”
Бына самолеттан сыҡҡас та, тиҫтәләгән кеше араһынан ул шунда уҡ оҙон буйлы, аҡһыл сәсле, йәшел күҙле, башҡа төрөктәргә бөтөнләй оҡшамаған егетте шунда уҡ таный.
- Уның йәм-йәшел күҙҙәре, ғүмер буйы был мәлде көткәндәй, балҡып тора ине, - тип хәтерләй Алина беренсе осрашыуҙарын.
Кемаль Алинаны күргәс тә, ул тиҙ генә килеп, ныҡ итеп ҡосаҡлай һәм тырышып өйрәнгән урыҫ телендә, рәхим итегеҙ тигән дә ҡыҙҙың ауыр сумкаларын тотоп, бөгөн мин һиңә Истанбул ҡалаһын күрһәтергә теләйем, тигән.
Шул мәлдә Алинаның бөтә борсолоуҙары юҡҡа сыҡҡан да инде.
- Чемодан ысынлап та ныҡ ауыр ине, сөнки Кемальдың ғаиләһе Башҡортостандың бер өлөшөн, мәҙәниәте менән танышһын өсөн. әсәһенә матур башҡорт шәле, бал, сәк-сәк, бауырһаҡ, ҡаҙылыҡ, ҡаҙ ите һәм хатта ауыл ҡаймағын да һалып алғайным. Кемаль да сумкаларымды тотоп, Һин үҙеңдең республикаңдың яртыһын алып килгәнһең, ахыры тип шаяртты. Әммә мин ҡунаҡҡа буш ҡул менән барырға ярамай, беҙҙә шулай ҡабул ителгән тинем, - тип һөйләп үтте Алина беренсе осрашыуҙарын.
Башҡорт ҡыҙы Алинаны төрөк ғаиләһе бик йылы ҡабул итә. Алина менән Кемаль бер-береһен һис тә үҙгәртергә тырышмай. Киреһенсә, улар ике мәҙәниәттән иң яҡшыһын йыйып, был мираҫты балаларына тапшырып килә.
- Беҙҙең ғаилә йолалары Төркиә һәм Башҡортостан мәҙәниәттәрен берләштерә. Әлбиттә, Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдарҙы билдәләйбеҙ. Был көндәр беҙҙең өсөн бик мөһим — беҙ бөтә ғаилә менән йыйылабыҙ, төрлө аш-һыу, пахлава кеүек төрөктәрҙең татлы ризыҡтары әҙерләйбеҙ, аралашабыҙ, туғандарға ҡунаҡҡа йөрөйбөҙ, алыҫтағыларҙың шылтыратып хәлдәрен беләбеҙ. Элек беҙ Истанбулда йәшәнек һәм йәйҙәрен бында килә инек. Хәҙер киреһенсә — Стәрлетамаҡта йәшәйбеҙ, ә йәйҙәрен туғандарҙы күреү һәм ғаилә менән бәйләнеште һаҡлау өсөн Төркиәгә барырға тырышабыҙ, - тип һөйләп үтте ғаилә башлығы.
Алина һәм Кемаль Кишмир ғаиләһендә өс телдә һөйләшәләр. Аталары менән балалары үҙ-ара төрөк телендә аралашһа, әсәйҙәре менән башҡортса ла, урыҫса ла һөйләшә.
- Тел темаһы беҙҙең өсөн бик мөһим — балаларҙы үҙҙәренең туған телдәрен белеп үҫһендәр өсөн тырышабыҙ. Бөгөн өс телдә лә һөйләшеп, улар төрлө мәҙәниәттәрҙә лә үҙҙәрен иркен тоя,- ти Алина.
Өлкән улдары Рамзан ҡаланың 3-сө башҡорт лицей-интернатында уҡый. Инглиз һәм төрөк телдәрен иркен белә, шулай уҡ ғәрәп телен өйрәнә. Тарих менән ҡыҙыҡһына икән. Ә Айбикә ҡыҙҙары рәсем төшөрөргә, бейергә ярата, скрипкала уйнай. Кесе ҡыҙҙары Аяна өҫтәл уйындарын һәм пазлдар йыйырға ярата икән!
Ял көндәрендә улар "өҫтәл буйлап сәйәхәттәр" ойоштора: бөгөн – башҡорт аш-һыуы, иртәгә – төрөк, ә иртәнән һуңға бөтәһен бергә ҡушып, үҙҙәренең аш-һыуҙарын уйлап сығаралар. Балалар ике милләттән берҙе – үҙҙәренең айырым бер уртаҡ донъяһында йәшәргә өйрәнә.
Кискә табан, өй тыныслыҡҡа күмелгәс,балалар татлы йоҡоға талғас, ике йөрәк тәҙрә янына ултыра, Алина моңһоу ғына боронғо башҡорт йырын көйләгәндә, Кемаль күҙҙәрен йомоп, йырҙа алыҫ тулҡындар шауын ишеткәндәй бирелеп тыңлай. Һәм ошо тынлыҡта иң мөһиме: мөхәббәт, татыулыҡ, улар ғына ишеткән көйҙә тыуҙырған ғаилә- уларҙың уртаҡ йортоноң көйө тыуа
Был тарих беҙҙең өсөн ябай, әммә мөһим хәҡиҡәтте иҫкә төшөрә. Мөхәббәт үҙенсәлекле телдә һөйләй һәм ул һәр кемгә аңлашыла – хәстәрлек, ярҙам һәм хөрмәт телендә. Ә милләттәрҙәге айырма был хис-тойғолар төҫтәрен тағы ла сағыуыраҡ һәм байыраҡ итә.
Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Әлфиә МАНСУРОВА фотоһы.