Был матур парҙың мөхәббәт тарихы Стәрлетамаҡтан алыҫта – шау-шыулы баш ҡала – Мәскәүҙә башланған. Александр Михайлович һәм Рима Шугаевна юғары уҡыу йортоноң аспирантураһында танышалар. Уларҙы ғишыҡ тотоу ғына түгел, ә фәнгә, әҙәбиәткә һәм телдәргә булған уртаҡ һөйөү берләштерә.
1976 йылдың 22 ғинуарында йәш ғалимдар өйләнешәләр һәм шундай ҡарар ҡабул итәләр: үҙҙәренең һөнәри тормошон Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы менән (хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы) бәйләргә. Был һайлау ғүмерлек була.
Александр Михайлович Царев – филология фәндәре кандидаты, доцент, 27 йыл буйы ул сит (һуңынан герман) телдәр кафедраһын даими етәкләй. Уның хеҙмәте юғары ведомство наградалары менән билдәләнгән: ул Халыҡ мәғарифы отличнигы, Хеҙмәт ветераны һәм юғары һөнәри белем биреүҙең Почетлы хеҙмәткәре. Юғары уҡыу йортондағы йөҙләгән сығарылыш уҡыусыһы инглиз телен тап уның дәреслектәре буйынса үҙләштерә.
Рима Шугаевна Царева – педагогика фәндәре докторы, профессор, филология фәндәре кандидаты. Уның Стәрлетамаҡ филиалындағы педагогик стажы 55 йыл. Рима Шугаевна хеҙмәт юлында – "Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн" миҙалы, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы», Мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ. Ул Көнсығыш университетының һәм Башҡорт дәүләт университетының Почетлы профессоры. Уның фәнни баҫмалары республиканан ситтә лә танылыу алған.
Рима Шугаевна һәм Александр Михайловичтың һөнәри таланты бик күп лингвистар һәм педагогтарға оло тормош юлын асҡан. Был вариҫлыҡтың асыҡ сағылышы – уларҙың яратҡан уҡыусыһы Игорь Анатольевич Сыровтың яҙмышы, ул бөгөн ӨФһТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалын директор вазифаһын биләй, филология фәндәре докторы һәм доцент. Уҡыусыларҙың уңыштары – остаздар өсөн иң яҡшы бүләк, уларҙың лекциялары һәм фәнни семинарҙары рәхмәтле студенттар хәтерендә мәңгегә ҡалған.
Царевтарҙың ғаилә йолаларын уларҙың улы – Сергей Александрович Царев дауам итә. Ул ата-әсәһенең эҙенән киткән: педагогика фәндәре кандидаты, доцент, бөгөн ул ӨФһТУ-ты Стәрлетамаҡ филиалының педагогика һәм психология факультетында уңышлы эшләп килә.
Оҙаҡ йылдар, татыу йәшәүҙең сере нимәлә икән тип ҡыҙыҡһынам әңгәмәсемдән.
– Яратҡан кешең менән тормош көтөү – үҙе бәхет, бер-беребеҙгә сикһеҙ рәхмәтле булыу, тоғролоҡ – бына тап шулай ул сағылышы ысын мөхәббәттең, – тип яуап ҡайтарҙы Рима Шугаевна.
Александр Михайлович һәм Рима Шугаевна бер-береһен «ҡайғыла ла, шатлыҡта ла» һәр саҡ аңлаған, һәр башланғыста ла терәк була белгән һоҡланғыс парҙарҙың береһе. Бөгөнгө көндә лә улар кәңәшләшеп, бер-береһен яратып йәшәй. Икәүһе лә сәйәхәт итергә ярата.
Бергәләп улар күп һынауҙарҙы һәм ауырлыҡтарҙы үткән, ике ул үҫтергән һәм хәҙер ике матур ейәндәренең уңыштарына ҡыуана. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар студенттар һәм коллегалары хәтерендә намыҫлылыҡ һәм һөнәренә сикһеҙ тоғролоҡ өлгөһө булып ҡала. Улар юғары уҡыу йортонда 80 йәшкә тиклем тиерлек эшләп, үҙҙәренең зирәклеген йәштәргә тапшырған.
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнөң ошо яҡты байрамында беҙ Александр Михайлович һәм Рима Шугаевнаны алтын туйҙары менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Уларға ныҡлы һаулыҡ, тиң ғүмер теләйбеҙ! Һеҙҙең тарихығыҙ студенттарҙың һәм уҡытыусыларҙың яңы быуындарын оҙаҡ ваҡыт илһамландырһын!