Ашҡаҙар
+33 °С
Ясно
Общие статьи
8 Июля , 07:00

НАРКОТИКТАРҘЫ БАГАЖНИГЫНДА ЙӨРӨТКӘН

Өфөлә полицейскийҙар 36 йәшлек ирҙе тотҡан, унан ике килограмға яҡын наркотик тартып алынған.

НАРКОТИКТАРҘЫ БАГАЖНИГЫНДА ЙӨРӨТКӘННАРКОТИКТАРҘЫ БАГАЖНИГЫНДА ЙӨРӨТКӘН
НАРКОТИКТАРҘЫ БАГАЖНИГЫНДА ЙӨРӨТКӘН
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул Нуриман районындағы шәхси йортонда тыйылған үҫемлектәрҙе үҙе үҫтергән, ә йыйылған уңышты һатырға ниәтләгән. Наркотиктарҙы һаҡлау һәм ташыу өсөн ул өс литрлыҡ быяла банкалар ҡулланған, уларҙы машинаһының багажнигында тотҡан.
Автомобилде тикшергәндә, полицейскийҙар шундай 19 банка тапҡан. Уларҙың һәр береһендә үҫемлек сығышлы матдә тултырылған төргәктәр булған. Тартып алынған матдәнең дөйөм ауырлығы ике килограмға яҡын тәшкил итә. Ҡулға алынған иргә ҡарата наркотиктарҙы ҙур күләмдә законһыҙ һатырға маташыу статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү ваҡытына суд уны һаҡ аҫтына алған.
 
 
Фото : Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән алынды.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас