

Уҡыусыларҙың артыҡ арыуын иҫкәртеү маҡсатында, белем биреү ойошмаларына уҡыу осорҙарын, сессияларҙы һәм каникулдарҙы дөрөҫ сиратлаштырырға тәҡдим ителә.
РФ Мәғариф министры Сергей Кравцов уҡыу йөкләмәһен тигеҙ бүлеүҙең мөһимлеген билдәләне. Уның һүҙҙәре буйынса, көҙгө, ҡышҡы һәм яҙғы каникулдарҙың оҙайлығы кәмендә туғыҙ көн булырға тейеш — был балаларҙың тулыһынса ял итеүе һәм йыл дауамында уҡыу әүҙемлеген һаҡлау өсөн кәрәк. Ошо тәҡдимдәрҙе үтәү белем биреү процесының һөҙөмтәлелеген тәьмин итергә ярҙам итәсәк.
Белем биреү ойошмалары федераль календарь уҡыу графигына таянырға йәки уның нигеҙендә үҙҙәренекен төҙөргә хоҡуҡлы. Индивидуаль график төҙөгәндә төбәк һәм этно-мәҙәни үҙенсәлектәрҙе, шулай уҡ планлаштырылған сараларҙы иҫәпкә алырға рөхсәт ителә.
Яңы уҡыу йылында каникулдар түбәндәгесә буласаҡ:
көҙгө — 2026 йылдың 26 октябренән 3 ноябренә тиклем;
ҡышҡы — 2026 йылдың 31 декабренән 2027 йылдың 10 ғинуарына тиклем;
яҙғы — 2027 йылдың 27 мартынан 4 апреленә тиклем;
йәйге — 2027 йылдың 27 майынан 31 авгусына тиклем.
Фото һәм сығанаҡ: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.