

Стәрлетамаҡ гимнасткаһы Полина Дмитриева Рәсәй чемпионатының күпбәйге финалында һынатмай, 54,999 балл йыйып, илдең абсолют чемпионы Анна Калмыкованы артта ҡалдырған.
Полина Дмитриева быға тиклем дә Рәсәй беренселектәрендә бер нисә тапҡыр абсолют чемпион титулын яуланы һәм халыҡ-ара ярыштарҙа (мәҫәлән, Баҡылағы халыҡ-ара турнирҙа 6 алтын миҙал алып) ҙур уңыштарға өлгәште. Спорт министрлығы белгестәре уны киләсәктә Олимпия уйындары миҙалын яуларлыҡ өмөтлө спортсы тип баһалай.
"Бындай һөҙөмтә беҙҙә әлегә булмағайны. Тиҙҙән был спорт төрөндә беренсе олимпия миҙалы ла барлыҡҡа килер, тип ышанабыҙ», – тип өҫтәне Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов.
Фотолар: Стәрлетамаҡ Олимпия спорт резервы мәктәбенең рәсми сайтынан алынды.