

Рәсәй эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығының дежур бүлегенә 32 йәшлек ҡатын аҡса урлау тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Ҡатын интернет аша балалар коляскаһын һатырға йыйынғанда мутлашыусылар ҡорбаны була.
Июль башында зыян күреүсе «Бәйләнештә»социаль селтәрендә коляска һатыу тураһында иғлан баҫтыра. Бер нисә көндән һуң уның менән билдәһеҙ ҡатын бәйләнешкә инә, үҙен һатып алыусы тип таныштыра һәм һатыусыны, ташыу хеҙмәте аша колясканы ебәрергә күндерә һәм һылтанма ебәрә. Асылған биттә банк картаһы мәғлүмәттәрен һәм кодты индереү талап ителә. Ҡала ҡыҙы бөтә күрһәтмәләрҙе үтәй. Ошонан һуң телефонға банктан билдәһеҙ юридик шәхес иҫәбенә 5 000 һум аҡса күсерелеүе тураһында смс-хәбәр килә. Уны алдағандарын аңлап, ҡатын полицияға мөрәжәғәт итә. Был факт буйынса РФ енәйәт кодексыһының 158-се статьяһының 3-сө өлөшөнөң "г" пункты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған (банк иҫәбенән урлау).
Иң юғары яза — 6 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү.
Стәрлетамаҡ полицияһы иҫкәртә:
- сит-ят номерҙарҙан шылтыратыуҙарға яуап бирмәгеҙ;
- бер кемгә лә смс-тан раҫлау кодтарын әйтмәгеҙ;
- аҡсаны таныш булмаған иҫәп-хисаптарға күсермәгеҙ;
- таныштарығыҙ ебәрһә лә, һылтанмалар буйынса үтмәгеҙ;
Уяу булығыҙ һәм аҡсағыҙҙы һаҡлағыҙ!