Ашҡаҙар
+15 °С
Ясно
Общие статьи
15 Июля , 06:26

ҺӘР БАЛА - АЛТЫНҒА ТИҢ

Беҙҙең ҡалала һөнәре менән бөтә стереотиптарҙы юҡ итеүсе һәм көн һайын йөҙләгән ғаиләгә бәхет бүләк итеүсе кеше бар.

ҺӘР БАЛА - АЛТЫНҒА ТИҢҺӘР БАЛА - АЛТЫНҒА ТИҢ
ҺӘР БАЛА - АЛТЫНҒА ТИҢ

Был – Стәрлетамаҡ ҡалаһы 1-се ҡала клиник дауаханаһының перинаталь үҙәге етәксеһе, акушер-гинеколог Радик Зинур улы ЛАТИПОВ (һүрәттә). Ул ғүмерен ҡатын-ҡыҙҙар һаулығын һаҡлауға һәм уларҙың тормошондағы иң мөһим, иң тулҡынландырғыс мәлдәрҙең береһендә оҙатып барыуға арнаған ир-егет.

ЯУАПЛЫЛЫҠ – ТӨП ҠАҒИҘӘ
  Тәү ҡарашҡа, акушерлыҡ һәм гинекология – традицион  рәүештә ҡатын-ҡыҙҙар өлкәһе кеүек. Әммә Радик Зинур улының тарихы шуны иҫбатлай: профессионаллек, һиҙгерлек һәм яуаплылыҡ – эштәге төп ҡағиҙә һәм ул һинең ҡатын-ҡыҙ, йәки ир-егет булыуыңа ҡарамай. Ун алты йылдан ашыу инде үҙ эшенең оҫтаһы буласаҡ әсәләргә бала тапҡанда ярҙам итә һәм сабыйҙарҙың донъяға килеүенә улар менән бергә ҡыуана.
    Радик Зинур улының медицинаға юлы йәш сағынан уҡ башлана: ул бала саҡтан кешеләргә ярҙам итергә теләй. Шулай уҡ уның әсәһе һәм башҡа туғандары ла тормоштарын медицина менән бәйләгән. Шуға күрә, егет тә мәктәптән һуң икеләнеп тормай Өфөләге медицина институтына уҡырға инә.
– Мин һәр ваҡыт хирург булырға хыялландым, әммә медицина университетына маҡсатлы йүнәлеш менән уҡырға ингәс, акушергинекологтарға мохтаж булған райондың ихтыяждарын иҫәпкә алырға тура килде. Быға һис кенә лә үкенгәнем булманы, тәүге тапҡыр баланың тыуғанын күргәс, ошо мөғжизәнең бер өлөшө булырға теләгәнемде ныҡлап аңланым, – тип хәтерләй табип буласаҡ һөнәре башланғыс алған мәлде. – Был ябай ғына эш түгел, ул – иң серле һәм ҡәҙерле мәлгә ҡағылыу мөмкинлеге, – тип өҫтәне ул.
    Акушер-гинеколог эше – тик медицина белеме һәм күнекмәләр генә түгел, ә ҙур эмоциональ йөкләмә лә. Радик Зинур улы ҡатын-ҡыҙҙы тынысландырырлыҡ, уға ышаныс бирерлек һәм ҡурҡыуҙы еңергә ярҙам итерлек кәрәкле һүҙҙәрҙе таба белә. Пациенттары уның менән хатта иң тулҡынландырғыс мәлдәрҙең дә тынысыраҡ үтеүен билдәләй. “Ул ябай ғына табип түгел, ул – ышаныслы терәк, – тип уртаҡлаша 2015 йылдарҙа табип күҙәтеүендә булған һәм сабыйын ҡулға алған әсәләрҙең береһе Гөлфиә Мәхмүтова. – Ул янымда булғанға, барыһы ла яҡшы буласағын белә инем, – ти әсә булыу бәхете татыған ҡатын.
Радик Зинур улының ышаныслы мөнәсәбәттәр ҡора алыу һәләте айырыуса ҡәҙерле. Ул барыһына ла түҙемлек менән яуап бирә, ҡатмарлы медицина терминдарын ябай телдә аңлата һәм бер ҡасан да ашыҡтырмай. Уның өсөн ҡатын-ҡыҙҙың үҙен ишетелгән итеп тойоуы мөһим.
“Ышаныс – дауалауҙың нигеҙе, – тигән фекерҙә табип. – Әгәр пациент миңә ышана икән, ул тәҡдимдәремде үтәйәсәк, ә был һөҙөмтәгә туранан-тура йоғонто яһай”.

    ТҮЛҺЕҘЛЕК – ҘУР ПРОБЛЕМА
Түлһеҙлек (бесплодие) – бөгөнгө көндә донъя кимәлендә лә, һәр айырым ғаилә өсөн дә ысынлап та бик ҙур һәм ауыр проблема. Был ҡатмарлы мәсьәлә бала табыу йәшендәге парҙарҙың психологик торошона, демографияға һәм йәмғиәттең киләсәгенә туранантура йоғонто яһай.
– Ун алты йыл элек ҡатын-ҡыҙҙарҙа күберәк инфекциялар һәм ниндәйҙер гормональ үҙгәрештәр өҫтөнлөк итһә, хәҙер хәл икенсе төрлө: ҡатындар балаға уҙа алмау сәбәпле мөрәжәғәт итә. Элек ҡатын-ҡыҙҙар аборт яһатырға ашыҡһа, хәҙер, киреһенсә, йөклөлөктө һаҡлап ҡалырға тырыша, ләкин түлһеҙлек ҙур проблемаға әүерелде, – тип һөйләп үтте акушерлыҡ һәм гинекология өлкәһендәге бөгөнгө көндәге иң киҫкен проблемаларҙың береһе тураһында Радик Латипов.
– Ысынлап та, проблемалар байтаҡ, һәм улар төрлө – медицина мәсьәләләренән алып социаль проблемаларға тиклем. Һуңғы йылдарҙағы борсолоуҙар тураһында әйткәндә, мин өс ҙур блокты билдәләр инем.
Беренсеһе – бала табыуҙы һуңға ҡалдырыу. Ҡатын-ҡыҙҙар беҙгә йышыраҡ 35-40 йәштәрҙә килә, был ваҡытта йәнәш барған сирҙәр күберәк була. Шуға күрә, беренсе сабыйҙы 20-25 йәштәрҙә табырға кәрәк. Әлбиттә, бала табыуға бәйле проблемалар төрлө йәштә булыуы ихтимал, быға төрлө факторҙар ҙа йоғонто яһай. Әммә 35 йәштән һуң бала табыу функцияһының юғалыу билдәләре күпкә юғарыраҡ.
Икенсе блок – йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙа гинекологик ауырыуҙар һанының артыуы: эндометриоз, миома, төрлө инфекциялар.
Өсөнсөһө – психоэмоциональ хәл-торош: стресс һәм борсолоу кимәленең юғары булыуы, артыҡ тән ауырлығы булыу бала табыу функцияһына, гормондар балансына һәм овуляцияға кире йоғонто яһай. Һимереү булғанда яһалма ауырға ҡалыу ысулдары ла (ЭКО) ҡатмарлыраҡ үтә, сөнки организм гормондарға насарыраҡ яуап бирә. Шул уҡ ваҡытта ауырлы ҡатындарҙа ҡан баҫымы күтәрелеү, шәкәр диабеты кеүек сирҙәр осрай. Был, үҙ сиратында, йөклөлөҡ төшөү, йә ауырыу бала табыу кеүек эҙемтәләргә
килтерә.

   ТЫУЫМ КӘМЕЙ
Һәр ваҡыт яңы тыуған сабыйҙың тәүге тауышын ишеткәс, бөтә донъя туҡтап ҡалғандай тойола. Ул беҙҙең ваҡытында килеү-килмәүебеҙ тураһында һорамай, Росстат графигына йәки күҙаллауҙарына ҡарамай. Әммә статистика барыбер бар. Һәм бөгөн ул тынлыҡ тураһында һөйләй: Республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә тыуым тарихи минимумға етте, – ти Радик Зинур улы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы проблемаларҙы барлап.
Бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡтың балалар табыу йортонда 20 генә сабый.
- Эш башлаған саҡта палаталар буласаҡ әсәләрҙең һөйләшеүҙәренән, туғандарына шылтыратыуҙарынан, шатлыҡлы күҙ йәштәренән гөрләп тора торғайны. Хәҙер бала табыу бүлексәләренең коридорҙарында тынысыраҡ. Был – демографик соҡор: ҡатын-ҡыҙҙар аҙыраҡ – тимәк тыуым да кәмей. Шуға күрә, бында килгән һәр ҡатын, һәр сабый беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле, – ти ҡаланың перинаталь үҙәк етәксеһе Радик Латипов.
Әммә мин балалар табыу йортондағы тынлыҡтың ваҡытлыса икәнлегенә ышанам, – тип өҫтәп ҡуйҙы белгес.
    Сабыйҙың донъяға килеүе – был бер кешенең генә түгел, ә ҙур команданың: табиптарҙың, акушерҙарҙың, анестезиологтарҙың уртаҡ хеҙмәте. Әммә әлеге төплө эштә һәр саҡ яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған һәм секундтар хәл иткес булған мәлдә лә сабырлығын юғалтмаған кеше кәрәк. Радик Зинур улы – нәҡ шундай белгестәрҙең береһе. Үҙ эшенең оҫтаһы һәм кешелеклелеге – иң гүзәл күренештең, яңы ғүмер башланыуының ышаныслы таянысы ул!
Ҡатын-ҡыҙ һаулығы һағында торған, гүзәл заттарға әсә булыу бәхете бүләк иткән барлыҡ акушер-гинекологтарҙы һөнәри байрамдары уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Уларҙың барыһына ла эштәрендә тик уңыштар юлдаш булһын!

Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Автор фотоһы.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас