

Улар артында йылмайыуҙар өләшеп өләсәйҙәр ултыра. Биҙрәләрендә һәм пластик һауыттарҙа – үҙ ҡулдары менән ҡәҙерләп йыйылған еләктәр: кемдәлер баҡса еләге булһа, икенселәрендә хуш еҫле ер еләге, һутлы ҡурай еләге, әскелт балан… Һәр еләк йәйге ҡояшты һәм баҡса еҫен үҙенә һеңдергән төҫлө.
Һатып алыусылар өсөн был ябай ғына тәмлекәс түгел – был бала саҡ тәме, өләсәйҙең ҡайнатмаһы һәм яҡындар менән йорт алдында сәйҙәр эсеү тураһында хәтирәләр.
Ҡала халҡы бында теләп туҡтай: кемдер балаһына бер стакан ҡыҙыл еләк ала, кемдер ҡайнатма ҡайнатыр өсөн күберәк һорай, ә икенселәре яҡындарын тәбиғәт күстәнәсе менән ҡыуандырырға теләй.
Өләсәйҙәр үҙҙәре уңыштары тураһында шатланып һөйләй: быйыл ҡайһы еләк уңған, ҡыуаҡтарҙы нисек ҡарағандар, яҡшы уңыш өсөн ниндәй серҙәр беләләр. Уларҙың һөйләүенсә – ауыл йәйенең, ергә һаҡсыл ҡараштың һәм үҙ эшенә һөйөүҙең бөтөн бер тарихы сағыла. Мәҫәлән, Рима Фәттәхова (өҫтән беренсе фото) үҙе ҡалала
йәшәһә лә, “Таң” баҡсасылыҡ ширҡәтендә гөрләтеп баҡса үҫтерә.
– Бына әле генә ҡурай еләген йыйып килдем. Бик уңайлы урында һатыу итәбеҙ, әммә бөгөн мин һуңғараҡ килгәс, өҫтәлдәргә өлгөрмәй ҡалдым. Көн һайын биҙрә тултырып
емеш-еләк алып киләбеҙ ҙә, буш биҙрә менән ҡайтып китәбеҙ, һатып алыусылар күп, – ти Рима Әнүәр ҡыҙы.
Бында сейәнең бер стаканын – 120 һумға, ер еләгенең бер килограмын 400 һумға һатып алырға мөмкин, ҡурай еләгенең бер стаканы – 150 һум, бер килограмын шулай уҡ 300-400 һумға һаталар.
Әйткәндәй, баҡсасыларға уңайлы шарттарҙа йәшелсә, еләк-емеш һатыр өсөн был майҙансыҡтарҙы ҡала хакимиәте махсус рәүештә булдырғайны. Хәҙер бындағы йәнлелек һәр кемде үҙенә тарта, хатта янынан үтеп барғанда ла бер нисә минутҡа булһа ла туҡтап, инәйҙәрҙең ябай, әммә шул тиклем йылы аралашыуҙарын тыңлағы килә.
Тап ошондағы мөхит ҙур ҡала ритмында ла бәләкәй шатлыҡтарға урын булыуын хәтергә төшөрә...