

Быйылғы үҙгәрештәр документтар тапшырыу тәртибен,инеү һынауҙарын үҙгәртеү шарттары һәм маҡсатлы уҡытыуҙы тормошҡа ашырыу үҙенсәлектәренә ҡағыла.
Башҡортостан абитуриенттары өсөн быйыл юғары һәм урта һөнәри белем биреү программалары буйынса барлығы 17 мең бюджет урыны бүленгән.
Документтар, ғәҙәттә «Дәүләт хеҙмәттәре» («Госуслуги») платформаһындағы «Юғары уҡыу йортона онлайн инеү» суперсервисы аша ҡабул ителә ине. Юғары уҡыу йорттарының үҙҙәренең сайттары аша ғаризалар ҡабул итеү туҡтатылды. Хәҙер ғаризаны— юғары уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһына шәхсән килеп йәки почта аша ебәреү — һаҡлана.
Маҡсатлы уҡытыу (Целевое обучение): Маҡсатлы урындар проценттар менән түгел, ә конкрет һандар менән билдәләнә. Магистратура һәм ординатураға уҡырға ингәндә маҡсатлы уҡытыу буйынса бер генә ғариза тапшырырға рөхсәт ителә.
Колледж тамамлаусылар өсөн имтихандар: Колледждарҙы һәм техникумдарҙы бөтөүселәр юғары уҡыу йортона БДИ-һыҙ, эске имтихандар аша тик үҙ һөнәре (профиле) буйынса ғына инә ала. Башҡа һөнәрҙәр өсөн уларға дөйөм нигеҙҙә БДИ тапшырырға кәрәк буласаҡ.
«Тынлыҡ көндәре» (Дни тишины): Уҡырға инеү тураһындағы бойороҡтар сыҡҡан осорҙа Дәүләт хеҙмәттәре порталында ғаризаларҙы алыу функцияһы ваҡытлыса ябыласаҡ. Был конкурс исемлектәренең асыҡлығын тәьмин итеү өсөн эшләнелә.
Ҡабул итеү кампанияһының төп этабы ғәҙәттәгесә 20 июндә башланды. Документтарҙы ҡабул итеү 20 авгусҡа тиклем дауам итәсәк.