Ашҡаҙар
+16 °С
Облачно
Общие статьи
17 Июля , 09:08

Стәрлетамаҡта һыу объекттарында ведомство-ара профилактик рейдтар дауам итә

Сара барышында халыҡҡа һыу буйында хәүефһеҙ ял итеү ҡағиҙәләре аңлатыла.

Стәрлетамаҡта һыу объекттарында ведомство-ара профилактик рейдтар дауам итәСтәрлетамаҡта һыу объекттарында ведомство-ара профилактик рейдтар дауам итә
Стәрлетамаҡта һыу объекттарында ведомство-ара профилактик рейдтар дауам итә

Ошо көндәрҙә тыйылған урындарҙа һыу ингәндәргә ҡарата 7 административ протокол төҙөлгән:
Тыйылған урындарҙа һыу ингән өсөн;
иҫерек хәлдә йөрөү һәм йәмәғәт урындарында спиртлы эсемлектәр эскән өсөн;
ата-әсәләрҙең үҙ бурыстарын үтәмәүе һәм балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыуы өсөн.

Хөрмәтле ҡала халҡы! Һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ:
Тик ҡотҡарыусылар булған, махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инергә кәрәк;
«Һыу инеү тыйыла!» тигән билдәләр ҡуйылған урындарҙа һыу инергә ҡәтғи тыйыла;
таныш булмаған урындарҙа һыуға суммағыҙ — һыу аҫтында ағас төптәре, таштар, сөйҙәр булыуы мөмкин;
иҫерек хәлдә һыу инмәгеҙ;
һыу буйында балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Граждандарҙы яҡлау идаралығы мәғлүмәттәре буйынса.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас