Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Общие статьи
20 Июль , 08:28

МАҠСАТЛЫ ЙӘШТӘР ҮҪӘ

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө Башҡорт лицей-интернатының 9-сы класс уҡыусыһы Руслан Әминев Ҡытайҙа үткән IX Халыҡ-ара иҡтисади олимпиадала (IEO-2026) көмөш миҙал яуланы.

МАҠСАТЛЫ ЙӘШТӘР ҮҪӘМАҠСАТЛЫ ЙӘШТӘР ҮҪӘ
МАҠСАТЛЫ ЙӘШТӘР ҮҪӘ

Был абруйлы интеллектуаль бәйгелә донъяның 62 иленән уҡыусылар ҡатнашҡан. Рәсәй исеменән биш уҡыусынан торған команда сығыш яһаны. Улар йыйылма командаға биш награда — өс бронза һәм ике көмөш миҙал алып ҡайтҡан. Ошо наградаларҙың береһе — беҙҙең Стәрлетамаҡ егетенең иҫ киткес һөҙөмтәһе булыуы менән ғорурланабыҙ.
Уны был еңеүгә билдәле педагог Руслан Ренат улы Ғабдрахманов әҙерләгән. Шулай уҡ «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәгендә тәрәнәйтелгән белем алыуы ла ҙур роль уйнаған.
Русланды, уның ата-әсәһен, педагогтарын һәм бөтә Рәсәй йыйылма командаһын был сағыу еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. Был уңыш — Башҡортостаныбыҙҙа иң яҡшы, сағыу, талантлы һәм маҡсатлы йәштәр үҫеүенең тағы бер дәлиле булып тора!

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас