

Унда медицина этикаһы һәм пациенттар менән аралашыу мәсьәләләре ҡаралды.
Министр билдәләүенсә, пациентҡа ихтирамлы мөнәсәбәт — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәренең төп бурысы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был теманы алдараҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күтәргәйне.
Кәңәшмәлә граждандарҙың мөрәжәғәттәре ҡаралды, өҫтәмә саралар күрергә кәрәк булған ойошмалар билдәләнде. Шулай уҡ табиптар, урта медицина персоналы һәм медицина хеҙмәткәре булмағандар өсөн этика һәм деонтология мәсьәләләре буйынса өҫтәмә уҡыу ойоштороласағы хәбәр ителә.
«Кешеләр дауаханаға ярҙам, өмөт һәм терәк эҙләп килә. Улар сифатлы медицина ярҙамына ғына түгел, ә кешесә мөнәсәбәткә лә хоҡуҡлы», — тип өҫтәне министр.