

Ә бына Стәрлетамаҡта яңы ғына асылған “Рамус” автосервисында ошо ышаныс тойғоһон кире ҡайтарыу серҙәрен беләләр: бында ашыҡмайҙар, “күҙ менән” самалап ҡына эшләмәйҙәр, ә автомобилде һатып алғанда ниндәй хәлдә булған, шулай итеп тергеҙәләр.
Заманса автосервисты йәш эшҡыуар Нәфис Ирғәлин асҡан. Бында водителдәрҙең хәүефһеҙлеге һәм уңайлығы тураһында ҡайғыртыу яңы кимәлгә сыға. Проектҡа аҡса
ғына түгел, ә ҡала юлдарын хәүефһеҙерәк итеү теләген һалған эшҡыуар халыҡҡа юғары технологиялы хеҙмәт – 3D-стендта тәгәрмәстәрҙең ауышлыҡ һәм ҡушылыу мөйөштәрен көйләүҙе (развалсхождение) тәҡдим итә.
Салтыков-Щедрин 1/1 адресы буйынса урынлашҡан “Рамус” автосервисында яҡынса иҫәпләүҙәргә һәм иҫке ысулдарға таянмайҙар: эш нигеҙендә – тәгәрмәстәрҙең торошон, теүәллеген билдәләргә мөмкинлек биргән алдынғы 3D-технологиялар. Махсус камералар һәр тәгәрмәстең киңлектәге урынын уҡып ала, ә программа тәьминәте мәғлүмәттәрҙе шунда уҡ анализлай һәм норманан хатта иң бәләкәй тайпылыштарҙы ла асыҡлай. Бындай алым хеҙмәтләндереүҙән һуң автомобиль юлда үҙен ышаныслы һәм тотороҡло тотасағына гарантия бирә. Был ни өсөн мөһим? Тәгәрмәстәрҙең дөрөҫ көйләнгән ауышлыҡ һәм ҡушылыу мөйөштәре – ул руль артындағы уңайлыҡ ҡына түгел, ә ысын экономия ла: шиналар туҙмай, яғыулыҡ сығымы әҙәйә, ә идара итеү еңеләйә.
Бынан тыш, автосервис хужаһы Нәфис Нуриман улы, тик йыһазға ғына түгел, ә команданың профессионализмына ла баҫым яһаған.
– Бындағы оҫталар бик тәжрибәле, улар төрлө маркалағы һәм моделдәге автомобилдәрҙең тәгәрмәстәрен көйләү нескәлектәрен яҡшы белә. Улар өсөн һәр машина – ябай заказ ғына түгел, ә иң грамоталы һәм теүәл итеп хәл ителергә тейешле бурыс, – ти ул.
Оҫталар эште диагностикалауҙан башлай – сөнки автомобилдең йөрөүсе өлөшөнөң хәлен белмәйенсә тәгәрмәстәрҙең ауышлыҡ һәм ҡушылыу мөйөштәрен көйләүҙең мәғәнәһе юҡ.
Әйтеп китеүебеҙсә, артабан эшкә заманса 3D-стенд тотона: ул тәгәрмәстәрҙең торошон теүәл моделләштерә һәм бәләкәй генә тайпылыштарҙы ла күрһәтә. Ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән кеше һөҙөмтәне шунда уҡ күрә: бында водителдең тыныслығын ҡәҙерләйҙәр. Барыһы ла уның күҙ алдында эшләнеп ҡуйыла.
Хәҙер Стәрлетамаҡтарға автомобилде һәйбәт техник хәлдә тотоу тағы ла еңелерәк: юғары теүәллек, тиҙлек һәм яуаплы ҡараш – яңы автосервисҡа килгән клиенттарҙы тап ошолар көтә.
Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Автор фотолары.