

Асыҡ диалог форматында ҡаланы үҫтереү пландары, шул иҫәптән медицина өлкәһендәге мәсьәләләр тикшерелде.
Эмиль Владиславович ҡалала тормошҡа ашырылып ятҡан проекттар тураһында һөйләне. Улар торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөкләндереү, төҙөлөш һәм социаль өлкәләргә ҡағыла. Пландарҙа — дауахананың поликлиника бүлексәләренә капиталь ремонт яһау, Төҙөүселәр урамында сменаһына 930 кеше ҡабул итерлек яңы поликлиника төҙөү. Шулай уҡ Эмиль Владиславович яңы Ағиҙел күперен, «Прибрежный» микрорайонында яңы мәктәпте, «Алға» физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү тураһында ла бәйән итте.
Хакимиәт башлығы бензин менән бәйле хәлгә лә асыҡлыҡ индерҙе. Ҡала хакимиәте Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы менән берлектә уны тотороҡландырыу өсөн бөтә көсөн һала, яҡын арала эшләп торған автозаправкалар һаны артыр тип көтөлә.
Осрашыу барышында теләүселәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Улар йәш белгестәрҙе ярҙам итеү, поликлиникалар янындағы машина ҡуйыу урындарын һәм юлдарҙы ремонтлау, еңел атлетика менән шөғөлләнеү өсөн спорт майҙансығы асыу, йәмәғәт транспорты хәрәкәте менән бәйле ине. Шулай уҡ шәхси характерҙағы һорауҙар ҙа яңғыраны: йорт яны территорияларын төҙөкләндереү, киске һәм төнгө ваҡытта хоҡуҡ тәртибен һаҡлау тураһында һорауҙар бирелде.
Фотолар ҡала хакимиәтенең рәсми сайтынан алынды.