Ашҡаҙар
+17 °С
Облачно
Общие статьи
4 Августа , 06:05

ИКЕ УЙЛАП ТОРМАЙ, ИЛ ҺАҒЫНА БАҪА УЛ

Башҡортстан егете – һөжүм итеүсе FPV-дрондар иҫәбенең операторы, “Ставрос” позывнойлы хәрби, Украина ҡораллы көстәренең тиҫтәләгән хәрби берәмек техникаһын һәм ҡоралдарын юҡ иткән. Белеме буйынса ул – программист. Элегрәк сервис үҙәгендә эшләп, смартфондар һәм компьютерҙар төҙәткән. Әммә Украина ҡораллы көстәренең ғәмәлдәрен күргәс, Ватанын алғы һыҙыҡта яҡларға тигән ныҡлы ҡарар ҡабул иткән.

ИКЕ УЙЛАП ТОРМАЙ, ИЛ ҺАҒЫНА БАҪА УЛИКЕ УЙЛАП ТОРМАЙ, ИЛ ҺАҒЫНА БАҪА УЛ
ИКЕ УЙЛАП ТОРМАЙ, ИЛ ҺАҒЫНА БАҪА УЛ

– Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу теләге миндә ул башланған көндәрҙән үк барлыҡҡа килде. Миңә хәрби комиссариаттан шалтыратып, мәғлүмәттәремде алдылар. Шуның менән бергә пилотһыҙ осоу аппараттары операторы булараҡ, махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләгең бармы тип һоранылар. Мин оҙаҡ уйлап торманым, “эйе” тип яуап бирҙем һәм контрактҡа ҡул ҡуйҙым, – тип һөйләй “Ставрос”. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, хәҙерге заман һуғышын пилотһыҙ осоу аппараттарынан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Хәрби әйтеүенсә, дрон менән идара итергә өйрәнеү ауыр түгел, әммә оҫталыҡты даими камиллаштырыу һәм ашыҡмайса, һалҡын аҡыл менән эш итеү мөһим.

– Хәҙерге ваҡытта заманса һуғышты пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланмайса күҙ алдына килтереп булмай. Пилотһыҙ осоу аппараты менән идара итергә өйрәнеү ауыр ҙа түгел, оҙаҡ ваҡыт та талап итмәй. Иң ҡыйыны – оҫталыҡты яҡшыртыу. Эште айыҡ аҡыл менән башҡарырға кәрәк. Һис шикһеҙ, был һәр саҡ килеп сыҡмай, бының өсөн бик тырышырға кәрәк, – ти оператор.

Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә ҡушылырға теләһәгеҙ хеҙмәт тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге телефон һандары аша алырға мөмкин: 8 (3473) 20-61-51 – Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса хәрби комиссариат (Хоҙайбирҙин урамы, 118, 19-сы бүлмә).

“Кызыл таң” гәзите мәғлүмәте буйынса Римма ҒӘЛИМОВА әҙерләне.

Фото – “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.

ИКЕ УЙЛАП ТОРМАЙ, ИЛ ҺАҒЫНА БАҪА УЛ
ИКЕ УЙЛАП ТОРМАЙ, ИЛ ҺАҒЫНА БАҪА УЛ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас