Мутлашыусылар медицина учреждениеларының рәсми булмаған йәки ялған чаттарын файҙаланып, граждандарҙың аҡсаһын һәм шәхси мәғлүмәттәрен урлай.
Был схема нисек эшләй?
- Ялған хәбәр йәки һылтанма: Поликлиникалар чатына «Муниципаль ҡабул итеүгә яҙылыу», «Диагностика һөҙөмтәләре» йәки «Табипҡа сиратты тикшереү» тигән һылтанмалар һәм телефон номерҙары ебәрелә.
- Ялған ҡушымта ҡулланыу: Пациентҡа поликлиниканың махсус ҡушымтаһын (приложение) йәки медицина картаһын яңыртыу өсөн һылтанма аша үтергә ҡушалар. Был вируслы программа булып сыға.
- «Банк хеҙмәткәрҙәре» шылтыратыуы: Һылтанма аша үткәс йәки күрһәтелгән номерға шылтыратҡас, кешегә ялған «банк хеҙмәткәрҙәре» йәки «именлек хеҙмәте» шылтырата башлай. Улар аҡсаны хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә ҡуша.
«Кешене тулыһынса алдау өсөн, мутлашыусылар махсус кейем кейгән кеше менән видеоэлемтә ойоштороуы мөмкин, ул үҙен хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәре тип таныштыра. Төрлө һылтауҙар менән енәйәтселәр кешене ҡулындағы аҡсаны күрһәтергә, уны төрөп, алдан килешелгән код һүҙен әйткән курьерға тапшырырға күндерә. Бындай ғәмәлдәр һөҙөмтәһендә граждандар ҙур күләмдәге аҡсаларынан мәхрүм ҡала», — тип өҫтәнеләр Эске эштәр идаралығында.
Полиция граждандарҙан СМС-тан һәм push-хәбәрҙәрҙән килгән раҫлау кодтарын бер кемгә лә әйтмәҫкә, шикле һылтанмалар буйынса күсмәҫкә, билдәһеҙ чаттарға инмәҫкә, шикле хәбәрҙәрҙә күрһәтелгән номерҙарға шылтыратмауҙарын һорай!
«Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: полиция, банк, медицина учреждениелары һәм башҡа дәүләт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да «тикшереү», «һаҡлау» йәки ниндәйҙер «оператив саралар» үткәреү өсөн аҡса күсереүҙе йәки тапшырыуҙы талап итмәй. Хоҡуҡ һаҡлау органдарының ысын хеҙмәткәрҙәре видеоэлемтә аша шылтыратмай, һорау алыу үткәрмәй, шулай уҡ аҡса алыу өсөн курьерҙар ебәрмәй», — тип иҫкәртте Стәрлетамаҡ буйынса Эске эштәр идаралығы.
Был мәғлүмәтте өлкән йәштәге туғандарығыҙға ла еткерегеҙ, сөнки мутлашыусылар йышыраҡ тап пенсионерҙарҙы алдарға тырыша
-