

Күпселек фажиғәләрҙе иҫкәртеп була — бының өсөн иғтибарлы булыу һәм ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә етә.
Йәйҙе хәүефһеҙ үткәреү өсөн:
Балаларҙы ут, усаҡ йәки мангал янында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Усаҡты һәм мангалды хәүефһеҙ урындарҙа яғығыҙ. Янығыҙҙа һыу йәки ут һүндергес тотоғоҙ. Һүнгән күмерҙәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Электр приборҙарын һәм зарядкаларҙы ҡояш аҫтында ҡалдырмағыҙ һәм ҡапламағыҙ. Өйҙән сығып киткәндә, уларҙы селтәрҙән өҙөгөҙ.
Янғын иҫкәртеүсе ҡулайлама (извещатель) ҡуйығыҙ. Ул янғынды ваҡытында асыҡларға ярҙам итәсәк һәм көслө тауышлы сигнал бирәсәк.
Балағыҙға шырпыны тейергә һәм усаҡ янында йөрөргә ярамағанын аңлатығыҙ.
Янғынды һүндереүгә ҡарағанда, уны иҫкәртеү еңелерәк. Балаларығыҙға был ҡағиҙәләрҙе аңлатығыҙ, утҡа ҡарата яуаплы мөнәсәбәтте үҙ миҫалығыҙҙа күрһәтегеҙ һәм уларҙың 112 һандарын белеүҙәренә инанығыҙ.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса.