

Башҡортостандың Бөтә стиль каратэ федерацияһы президенты һәм тренеры Александр Махновский хәбәр итеүенсә, уның тәрбиәләнеүселәре Роман Халиков менән Артем Нафиковҡа «Халыҡ-ара класлы спорт мастеры» исеме бирелгән.
«Беҙҙә хәҙер бер Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, бер атҡаҙанған спорт мастеры һәм дүрт халыҡ-ара класлы спорт мастеры бар. Егеттәр менән ғорурланам, улар бик ауыр юл үтте, алда әле эшләйһе эштәр һәм бурыстар бар. Иң мөһиме – йәш йондоҙҙарыбыҙ кемдән өлгө алырға кәрәклеген күрә», – тип билдәләне Александр Махновский.
Фотолар А.Махновскийҙың социаль селтәрҙәренән алынды.