Ашҡаҙар
+24 °С
Ясно
Общие статьи
12 Августа , 05:37

ҠОТЛАЙБЫҘ!

Стәрлетамаҡ тренеры «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды.

ҠОТЛАЙБЫҘ!ҠОТЛАЙБЫҘ!
ҠОТЛАЙБЫҘ!

Стәрлетамаҡтың Олимпия резервы спорт мәктәбе тренеры Ольга Борисовна Михайловаға юғары дәүләт наградаһы тапшырылды. Ул «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды, тип хәбәр итә спорт мәктәбе.
 Ольга Михайлова һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булған йәш спортсыларҙы тәрбиәләй. Уның тәрбиәләнеүселәре эре ярыштарҙа даими рәүештә миҙалдар яулай. Мәҫәлән, быйыл яҙ Стәрлетамаҡтан еңел атлеттар — Ольга Борисовнаның уҡыусылары — Тулала һаңғырау спортсылар араһында еңел атлетика буйынса Рәсәй чемпионатында сығыш яһаны. Спортсы Варвара Филиппова көмөш миҙал яуланы.
 Былтыр Ольга Михайлованың тәрбиәләнеүселәре һаңғырауҙар спорты буйынса Рәсәй чемпионатынан һәм беренселегенән биш төрлө миҙал алып ҡайтты.
  «Был һеҙҙең күп йыллыҡ хеҙмәтегеҙгә  һәм үҙ эшегеҙгә тоғро булғанығыҙ өсөн бирелгән юғары баһа. Ольга Борисовна, беҙ шундай профессионал менән бергә эшләгәнебеҙгә ғорурланабыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, һүрелмәҫ дәрт һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ — һөнәри эшмәкәрлектә лә, шәхси тормошта ла. Һәр көнөгөҙ шатлыҡ һәм ғорурланырлыҡ яңы сәбәптәр генә алып килһен», — тип өҫтәнеләр спорт мәктәбендә.

Фото: Спорт мәктәбенең рәсми сайтынан алынды.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас