

Стәрлетамаҡтағы “Дентал Клиник” стоматология клиникаһында матур, сәләмәт йылмайыуға һәр кемдең хоҡуғы бар икәнлеген яҡшы беләләр. Сөнки “Дентал Клиник” – был ябай ғына стоматология түгел, ә заманса технологиялар, тәжрибә һәм кешелекле мөнәсәбәт. Бында пациентты ишетә, хатта күҙгә күренмәгән нәмәләрҙе лә күрә һәм элек мөмкин түгел тип һаналған ҡарарҙар тәҡдим итә беләләр.
Уникаль методикалар
Күптәр өсөн теш табибына барыу борсолоу менән бәйле. “ДенталКлиник”та был мәсьәләне вәғәҙәләр менән түгел, ә эштәре менән хәл итәләр. Клиникаға ингән тәүге минуттан уҡ атмосфера тыныслыҡҡа көйләй: яҡты кабинеттар, күҙгә ташланмаған дизайн, хеҙмәткәрҙәренең ихтирамлылығы. Әммә иң мөһиме – табиптарҙың һиңә ҡарата мөнәсәбәте. Бында һине ашыҡтырмайҙар, ҡатмарлы атамалар менән артыҡ йөкләмәйҙәр, ә тештәр менән нимә булыуын һәм ниндәй дауалау варианттары барлығын аңлайышлы ғына итеп, ябай телдә аңлаталар.
Медицина сәнғәт кеүек булғанда,
“Дентал Клиник”тың уны башҡа клиникаларҙан айырып торған үҙенсәлекле алымдары бар. Иң ғәҙәти булмаған һәм перспективалы ысулдарҙың береһе – теш ҡуйҙырыу (имплантация) ваҡытында пациенттың үҙ тештәрен ҡулланыу. Һүҙ алдынғы методикалар тураһында бара: пациентҡа үҙенең тештәрен алып ҡуйыу (сит импланттарға ҡарағанда), был ысул ҡаҙнаның яҡшыраҡ яраҡлашыуына һәм мөмкин тиклем тәбиғи һөҙөмтәгә ирешергә ярҙам итә.
Бындай алым юғары квалификация һәм теүәл диагностика талап итә – нәҡ шуға күрә “Дентал Клиник”та һәр осраҡҡа шәхси ҡараш менән ҡарайҙар, күрһәтмәләрҙе һәм
мөмкинлектәрҙе ентекләп баһалайҙар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, клиникала тиҙҙән шәкәр диабеты менән ауырыған кешеләр өсөн имплантация үткәрә башлаясаҡтар, әммә был ҡәтғи рәүештә шәхси протокол буйынса башҡарыласаҡ. Организмға йөкләмәне кәметеүсе һәм уңышлы яраҡлашыу мөмкинлеген арттырыусы махсус импланттар ҡулланыласаҡ. Бындай уйланылған алым кешеләргә хәүефһеҙ рәүештә ярҙам итергә мөмкинлек бирә.
Клиниканың тағы бер көслө яғы – композит винирҙар. Классик керамик винирҙарҙан айырмалы рәүештә, эмалде ныҡ шымартырға кәрәкмәй, ә һөҙөмтә тәбиғи күренә. Был ҡарарҙы йылмайыуын һаҡсыл ғына итеп камиллаштырырға теләүселәр айырыуса юғары баһалай.
Донъя кимәлендәге тәжрибә һәм сит ил табибы
Тештең каналдарын дауалау тураһында һүҙ барғанда, теләһә ниндәй хаталар ҡатмарлы эҙемтәләргә килтерергә мөмкин. “Дентал Клиник”та бындай осраҡтар өсөн стоматологик микроскоп ҡулланыла – ул эш зонаһын тиҫтәләрсә тапҡырға ҙурайта. Уның ярҙамында табип каналдарҙың иң ваҡ тармаҡтарын, ярыҡтарҙы һәм ғәҙәти ысул менән күреп булмаған йәшерен шешенеүҙәрҙе асыҡлай ала. Шуның арҡаһында дауалау сифатлы ғына түгел, ә ышаныслы ла була: ҡабаттан шешенеү хәүефе кәмей, ә тештең ғүмере оҙонайа. Микроскоп бында күргәҙмә өсөн түгел, ә көндәлек эш ҡоралы, унһыҙ бер генә ҡатмарлы дауалау ҙа үтмәй.
“Дентал Клиник” үҙенең белгестәр командаһы менән айырыуса ғорурлана, сөнки уларҙың иңендә Рәсәйҙәге генә түгел, халыҡ-ара белем һәм практика ла бар. Мәҫәлән, клиниканың терапевттабибы Мазен Эльнили элек Францияла эшләгән, унда ул һаҡсыл һәм алдан күреп була торған дауалауҙың европа стандарттарын үҙләштергән. Был тәжрибә һәр нәмәлә сағыла: пациентҡа проблеманың асылын ябай телдә аңлата белеүҙә, эшенең теүәллегендә, тештең үҙ туҡымаларын мөмкин тиклем һаҡлап ҡалыу теләгендә.
Франциянан килгән табип өсөн стоматология – ул, тәү сиратта, иҫкәртеү һәм оҙайлы һөҙөмтә. Бындай ҡараш клиниканың, проблеманы һуңынан хәл итеүгә ҡарағанда, уны иҫкәртеү яҡшыраҡ тигән философияһы менән бик яҡшы тап килә. Шуға күрә “Дентал Клиник”та консультация ваҡытында ла тик “бында һәм хәҙер үк” тип кенә дауалай башламайҙар, ә бөтә теш-яңаҡ системаһының торошон баһалайҙар һәм тәрбиәләү буйынса шәхси тәҡдимдәр ҙә бирәләр.
Профилактиканан алып ҡатмарлы осраҡтарға тиклем
“Дентал Клиник”та пациент бөтә проблемаһын бер урында хәл итә алһын өсөн барыһы ла бар:
- профилактика һәм профессиональ
гигиена, реминерализация һәм өйҙә
ҡулланыу өсөн саралар һайлау;
- микроскоп аҫтында дауалау.
Каналдар, ярыҡтар — “ювелир теүәллек”
талап ителгән теләһә ниндәй ҡатмарлы
осраҡтар;
- композит винирҙар. Артыҡ игәүһеҙ эстетика:
тештең төҫөн һәм формаһын тиҙ арала төҙәтеү һәм тәбиғи һөҙөмтә;
- шәхси ҡараш менән имплантация.
Мөмкин булған ерҙә пациенттың үҙ
туҡымаларын ҡулланыу һәм юғалтҡан
тештәрҙе тергеҙеүҙең заманса
ысулдары;
- ортодонтия һәм башҡа йүнәлештәр.
Проблемаға комплекслы ҡараш: ҡайһы
берҙә матур йылмайыу винирҙарҙа ғына
түгел, ә дөрөҫ тешләнештән (прикус) дә
тора.
Уңайлылыҡ һәм асыҡлыҡ
- Стоматологтан ҡурҡыу йыш ҡына билдәһеҙлектән килеп сыға. “Дентал Клиник” быны аныҡ аҙымдар менән еңә, сөнки бында:
- Аңлайышлы диагностика.
- Төшөрөлгән һүрәттәр,
3D-моделдәр, дауалау планын күрһәтеү
– пациент һәр саҡ нимә буласағын белеп
тора.
- Намыҫлы хаҡтар. Хаҡтар алдан
һөйләшелә, ҡатмарлы осраҡтар
өсөн процентһыҙ кисектереп түләү
мөмкинлеге бар.
- Яңы пациенттар өсөн бушлай
консультация. Был табип менән танышыу, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙҙы биреү һәм нәҡ һеҙҙең өсөн ниндәй юлдың иң дөрөҫө икәнен аңлау мөмкинлеге.
Клиника Стәрлетамаҡтың уңайлы урынында урынлашҡан һәм көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем эшләй – хатта тығыҙ график ваҡытында ла уңайлы ваҡыт һайларға мөмкин.
Йылмайыу – ул матурлыҡ ғына түгел, ул – ышаныс, асыҡлыҡ һәм яҡшы кәйеф тә. “Дентал Клиник”та – һаҡсыл, теүәл һәм кешесә иғтибар менән дауалайҙар.
Бында мөғжизәләр вәғәҙә итмәйҙәр, әммә дауалауҙың мөмкин тиклем уңайлы, ә һөҙөмтәнең оҙайлы булыуы өсөн барыһын да эшләйҙәр.
“Дентал Клиник”ҡа бөгөн үк консультацияға яҙылығыҙ – һәм иң заманса методикалар ярҙамында йылмайыуығыҙҙың һаулығын һәм матурлығын нисек һаҡлап ҡалырға йәки кире ҡайтарырға икәнен белегеҙ.
Улар Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 12-се йортта (Үҙәк баҙар янында, мәсеткә ҡаршы) урынлашҡан.
Телефоны: 83473420488.