Ашҡаҙар
+19 °С
Облачно
Общие статьи
26 Августа , 04:39

Стәрлетамаҡта ҡырағай маймыл тешләү осрағы теркәлгән

Стәрлетамаҡта үткән аҙнала хайуандар тешләүҙең 29 осрағы теркәлгән, шул иҫәптән 10 бала зыян күргән. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр иттеләр.

Стәрлетамаҡта ҡырағай маймыл тешләү осрағы теркәлгәнСтәрлетамаҡта ҡырағай маймыл тешләү осрағы теркәлгән
Стәрлетамаҡта ҡырағай маймыл тешләү осрағы теркәлгән

17 кешене бесәй, 11 кешене эт тешләгән. Шулай уҡ бер кешене ҡырағай маймыл тешләгән(уның ниндәй төр икәне әйтелмәй).
Бынан тыш, Стәрлетамаҡта үткән аҙнала киҫкен респиратор вируслы инфекциялар (ОРВИ) менән ауырыусылар һанының бер аҙ артыуы күҙәтелгән — алдағы аҙналағы 126 осраҡҡа ҡарата 139 осраҡ. Шулай уҡ дауахананан тыш пневмонияның 14 факты теркәлгән, был алдағы аҙна менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас