Ашҡаҙар
+20 °С
Ясно
Общие статьи
27 Августа , 05:27

“САУҘАГӘР 2.0”: МЕҢӘРЛӘГӘН ОҪТА, ЯҢЫ МАЙҘАНСЫҠТАР ҺӘМ ӨС КӨНЛӨК БАЙРАМ

Стәрлетамаҡ ҙур байрамға әҙерләнә: тиҙҙән ҡала йәрминкә уттары, яңы бешерелгән икмәк еҫе һәм халыҡ йырҙары  менән туласаҡ.

“САУҘАГӘР 2.0”: МЕҢӘРЛӘГӘН ОҪТА, ЯҢЫ МАЙҘАНСЫҠТАР ҺӘМ ӨС КӨНЛӨК БАЙРАМ“САУҘАГӘР 2.0”: МЕҢӘРЛӘГӘН ОҪТА, ЯҢЫ МАЙҘАНСЫҠТАР ҺӘМ ӨС КӨНЛӨК БАЙРАМ
“САУҘАГӘР 2.0”: МЕҢӘРЛӘГӘН ОҪТА, ЯҢЫ МАЙҘАНСЫҠТАР ҺӘМ ӨС КӨНЛӨК БАЙРАМ

Быйылғы “Сауҙагәр 2.0” фестивале айырыуса иғтибарға лайыҡ – ул Стәрлетамаҡтың 260 йыллығына арнала. Юбилей фестиваленең ниндәй буласағын белер өсөн, беҙ ҡала хакимиәте башлығының бизнес һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары, бизнес-шериф Айнур Наил улы Юнысов менән әңгәмәләштек.

Быйыл сараны паркка тиклем һуҙабыҙ
– Айнур Наилевич, “Сауҙагәр 2.0” (“Купец 2.0”) фестивале быйыл айырым бер мәғәнәгә эйә – ул Стәрлетамаҡтың юбилейы менән тап килә. Масштабтың үҙгәреүе һиҙеләме?
– Һис шикһеҙ. Быйыл Стәрлетамаҡ үҙенең 260 йыллығын билдәләй һәм беҙ ҡала көнөн “Сауҙагәр 2.0” фестивале менән берләштерергә ҡарар иттек. Улар 4-6 сентябрҙә бергә үтәсәк. Был тәбиғи ҡарар: “Сауҙагәр” күптән инде ҡалабыҙҙың визит карточкаһына әүерелде, уның асылын – йомарт, ҡунаҡсыл, матур һәм һәр ваҡыт ғәжәпләндерергә әҙер булыуын сағылдыра. Ә был юлы беҙҙең ғәжәпләндерерлек нәмәләребеҙ бар, сөнки был – беҙҙең Стәрлетамаҡтың тыуған көнө.

– Нисә ҡунаҡ һәм ҡатнашыусы көтәһегеҙ?
– Былтыр бишенсе фестиваль өс көн дауам итте. Гастрономия һәм балалар зоналары, йәштәр өсөн “Артҡы ихаталар” (“Задворки”), оҫталыҡ дәрестәре һәм йәрминкәләр эшләне. Унда барыһы 75 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Быйыл фестиваль тағы ла киңерәк буласаҡ. Үткәреү майҙаны киңәйәсәк – ул Сакко һәм Ванцетти, Комсомол урамдарын һәм яңыртылған Киров исемендәге парк биләмәһен үҙ эсенә аласаҡ. Һәр ҡатнашыусы – үҙенең күңеленә ятышлы шөғөл табасаҡ.

– Быйыл ниндәй яңылыҡтар буласаҡ?
– Яңы майҙансыҡтар араһында – “Юбилей үлсәме”, унда Стәрлетамаҡтың эре предприятиелары үҙҙәренең ҡаҙаныштарын һәм ҡаланы үҫтереүгә индергән өлөштәрен күрһәтәсәк. Тағы бер яңылыҡ – “Кисә һәм бөгөн” фотокүргәҙмәһе, ул ҡаланың нисек үҙгәргәнен асыҡ итеп күрһәтәсәк. Ә Киров исемендәге паркта арт-киңлектәр,
интерактив программалар һәм сауҙагәрҙәр Стәрлетамағы атмосфераһы хакимлыҡ иткән ретро-квартал асыласаҡ.
“Сауҙагәр-афарин” (“Купец-молодец”) балалар йәрминкәһе тураһында айырым әйтке килә – 5 һәм 6 сентябрҙә йәш оҫталар һәм эшҡыуарҙар үҙ тауарҙарын тәҡдим итәсәк. Быйыл урындар һанаулы һәм улар тиҙ тарала, шуға күрә балалар араһында конкуренция етди!

                                                                                                    Рәхмәт әйтеү ысулы

– “Сауҙагәр 2.0” фестивале биш йыл эсендә ҡала кимәлендәге башланғыстан федераль кимәлдәге ваҡиғаға тиклем юл үтте. Был нисек килеп сыҡты?
– Барыһы ла Стәрлетамаҡтың ҡунаҡтар ҡабул итеү өсөн бөтә мөмкинлектәре лә барлығын аңлауҙан башланды: тәбиғәт, йолалар һәм иң мөһиме – үҙ тәжрибәһе менән
уртаҡлашырға әҙер кешеләр. Фестиваль гөрләп китте, хатта төбәктән ситтә лә билдәле булды. 2022 йылда беҙ “Russian Event Awards” халыҡ-ара премияһының тарихи йүнәлештәге иң яҡшы туристик ваҡиға булараҡ Гран-приһын алдыҡ һәм Рәсәйҙең Милли ваҡиғалар календарына индерелдек. Был ябай ғына байрам түгел – был ҡала өсөн имидж проекты. Бөгөн “Сауҙагәр” федераль һәм республика ваҡиғалар календарҙарына индерелгән, беҙҙе беләләр һәм көтәләр.

– Быйыл халыҡтар берҙәмлеге йылы, был йәһәттән ниндәй эштәр ҡаралған?
– Был фестивалдә Стәрлетамаҡта йәшәүсе төрлө милләт халыҡтары ҡатнаша. Бында милли кейемдәр, боронғо көнкүреш әйберҙәре, ҡул эштәре, тәмле ризыҡтар һәм ижади коллективтарҙың сығыштары урын алған. Ҡунаҡтар халыҡ йолалары менән яҡындан таныша, милли аш-һыуҙың тәмен белә һәм оҫталыҡ дәрестәрендә үҙҙәрен һынап ҡарай ала. Тағы ла 5 сентябрҙә 18:00 сәғәттә Салауат Юлаев исемендәге скверҙа “Мин башҡортса һөйләшәм” башҡорт теле фестивале уҙасаҡ. Был – “Бүреләр”, “BABY Ti” төркөмдәре һәм Тимур Ямалов ҡатнашлығындағы концерт. Беҙҙең өсөн был фестивалдең тап ҡаланың юбилей йылында Стәрлетамаҡта тәүге тапҡыр  үтеүе айырыуса мөһим. Заманса формат башҡорт теленең тик тарихи мираҫ өлөшө генә түгел, ә ҡала мәҙәниәтенең тере теле икәнен күрһәтергә мөмкинлек бирә.

– 260 йыл – был байтаҡ ваҡыт. Был юбилей шәхсән һеҙҙең өсөн нимәне аңлата?
– 260 йыл – был беҙҙең уртаҡ тарихыбыҙ. Стәрлетамаҡ Ағиҙел йылғаһы буйында тоҙ пристаны булараҡ башланып, эре сәнәғәт үҙәгенә әү ерелде, республикала халыҡ һаны буйынса икенсе ҡала булды. Был һандар артында кешеләр тора: сауҙагәрҙәр, төҙөүселәр, эшселәр, уҡытыусылар, эшҡыуарҙар. Ә “Сауҙагәр” – уларға рәхмәт әйтеү ысулы. Фестиваль хакимиәтте, эшҡыуарҙарҙы, һөнәрселәрҙе, ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы – ҡаланы йәнле иткән һәр кемде берләштерә. Минеңсә, бының мәғәнәһе тап шунда: ябай ғына байрам итеү түгел, ә беҙҙең бергәләп ысын нәмәләр тыуҙырыуыбыҙҙы тойоу.

– Айнур Наилевич, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. «Сауҙагәр» фестивалендә осрашҡанға тиклем!

Әңгәмәне Гөлкәй ҠЫУАТОВА ҡорҙо.

“САУҘАГӘР 2.0”: МЕҢӘРЛӘГӘН ОҪТА, ЯҢЫ МАЙҘАНСЫҠТАР ҺӘМ ӨС КӨНЛӨК БАЙРАМ
“САУҘАГӘР 2.0”: МЕҢӘРЛӘГӘН ОҪТА, ЯҢЫ МАЙҘАНСЫҠТАР ҺӘМ ӨС КӨНЛӨК БАЙРАМ
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас