Ашҡаҙар
+20 °С
Ясно
Общие статьи
2 Сентября , 08:15

ТЫУҒАН КӨНӨҢ МЕНӘН, ЯРАТҠАН ҠАЛАМ!

Тиҙҙән Стәрлетамаҡ үҙенең байрамын — Ҡала көнөн билдәләйәсәк.

ТЫУҒАН КӨНӨҢ МЕНӘН, ЯРАТҠАН ҠАЛАМ!ТЫУҒАН КӨНӨҢ МЕНӘН, ЯРАТҠАН ҠАЛАМ!
ТЫУҒАН КӨНӨҢ МЕНӘН, ЯРАТҠАН ҠАЛАМ!

Был — бында тыуған, үҫкән, дуҫтар тапҡан, йорт төҙөгән, хыялдарын тормошҡа ашырған һәр кем өсөн айырым бер мәртәбә! Ҡала бында йәшәгән кешеләр менән бергә үҫешә — уларҙың хеҙмәте, хәстәрлеге уны тағы ла йәмлерәк итә.
Байрам алдынан беҙ төрлө йәштәге ҡала кешеләренән ихлас ҡотлауҙарын йыйҙыҡ.

Гөлзиә СӘЙФУЛЛИНА, хеҙмәт ветераны:
Ҡәҙерле Стәрлетамағымды ҡала көнө менән ихлас ҡотлайым! Уның элекке ҡиәфәтен хәтерләйем, ә бөгөн иһә йылдан-йыл нурланып, йәмләнеп барыуын күреп ҡыуанам. Изге йолаларыбыҙ, тарихыбыҙға булған хөрмәт һәм кешеләргә ҡарата ҡайғыртыусанлыҡ һаҡланһын ине. Һәр ғаиләлә тыныслыҡ, бәрәкәт булһын. Ошо гүзәл ҡалала йәшәүем менән ғорурланам!

Хәлиҙә АБДРАХМАНОВА, мәҙәниәт хеҙмәткәре:
Бөтә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре исеменән — ҡала көнө менән, ҡәҙерле Стәрлетамаҡ!
Минең һәм хеҙмәттәштәрем өсөн ҡала — ул ябай ғына урамдар һәм биналар түгел, ә йолаларҙан, ижадтан һәм кеше яҙмыштарынан үрелгән тере тарих. Һәр концерт,(мәҙәни сара) һәр күргәҙмә, һәр спектакль — Стәрлетамаҡтың мәҙәни йөрәге типһен, кешеләр илһам һәм йылылыҡ тапһын өсөн беҙҙең уртаҡ өлөшөбөҙ.
Нәҡ ошо ҡалабыҙҙа талантлы музыканттар, рәссамдар, бейеүселәр, йырсылар, халыҡ кәсептәре оҫталары йәшәүе менән ғорурланам — беҙ бергәләп мираҫыбыҙҙы һаҡлайбыҙ һәм арттырабыҙ. Йәштәрҙең мәҙәниәткә тартылыуын күреү айырыуса ҡыуаныслы: фестиваль, конкурстарҙа, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша, яңы проекттар булдыра. Был Стәрлетамаҡтың мәҙәни тормошоноң киләсәге бар тигән һүҙ.
Һөйөклө ҡалабыҙҙың киләсәге өмөтлө, яҡты булһын. Сәскә ат гүзәл ҡалам, Стәрлетамаҡ!

Александр ДЬЯКОНОВ, Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы, Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флоты контр-адмиралы.
Ҡәҙерле яҡташтар! Һеҙҙе тыуған ҡалабыҙ Стәрлетамаҡтың иҫ киткес юбилейы — 260 йыллығы менән ихлас ҡотлайым. Ошо йылдар эсендә ҡалабыҙ Башҡортостандың ғына түгел, бөтә Рәсәйҙең дә эре сәнәғәт һәм техник үҙәгенә әүерелде, ул илебеҙҙең иң матур ҡалаларының береһе булып тора. Ун биш йәшлек үҫмер сағымда уҡ ҡаланың 200 йыллығын нисек билдәләгәнебеҙ хәтеремдә, әммә шул ваҡыттан бирле күп нәмә үҙгәрҙе: ҡалабыҙ үҫте, халҡы икеләтә артты, ул тағы ла төҙөкләнде һәм матурланды. Барлыҡ яҡташтарыма ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем!

ТЫУҒАН КӨНӨҢ МЕНӘН, ЯРАТҠАН ҠАЛАМ!
ТЫУҒАН КӨНӨҢ МЕНӘН, ЯРАТҠАН ҠАЛАМ!
ТЫУҒАН КӨНӨҢ МЕНӘН, ЯРАТҠАН ҠАЛАМ!
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас