

Ғаилә башлығы вахтаға киткәс, өй тынып ҡалмай — ул үҙенсәлекле, йәнле тормош менән артабан да йәшәүен дауам итә. Өс бала — был һәр ваҡыт шау-шыу, көлөү, уҡыу башланһа дәрестәрен ҡарашыу, «тағы бер битте уҡып бирсе» тигән үтенестәр һәм сикһеҙ «ни өсөн?» тигән һорауҙар.
Өс бала — был өс төрлө холоҡ, өс тауыш, өс теләк. Әммә тап ошо шау-шыуҙа ысын тормош тыуа. Өлкән ҡыҙҙары Айзиләгә уны етди ҡабул итеүҙәре мөһим: ул инде бар яҡлап та әсәһенә ярҙамлаша, бәләкәй туғанын да ҡараша.Үҙе бейергә ярата, ҡаланың “Йөрәктау” башҡорт фольклор ансамблендә шөғөлләнә, ауылда үткән һәр сарала ҡатнаша. Улдары Ислам тырышып уҡыуҙан тыш, бер нисә йыл даими рәүештә каратэ түңәрәгенә йөрөй һәм был спорт төрөндә бик күп еңеүҙәр яулай.Ә төпсөк ҡыҙҙары Әмиләгә ни бары өс кенә йәш, ул да апайынан ҡалышмай, бейергә, һүрәт төшөрөргә ярата. Әсә бында капитан да, штурман да, механик та, төп дипломат та. Ә уның ҡулындағы руль — машина менән идара итеү ҡоралы ғына түгел, ә иң ауыр көндәрҙә лә тыныслыҡ һәм ышаныс курсын тотоу символы булып тора.
Аҙнаевтар ғаиләһендә һәр иртә ғәҙәти йоланан башлана: барыһын да мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына оҙатыу, мәктәптән һуң төрлө түңәрәктәргә ҡалдырыу, машинаға рюкзактарҙы, курткаларҙы, бәләкәй Әмиләнең яратҡан уйынсыҡтарын һалып алыу. Ял көндәрендә Стәрлебаш районында йәшәгән өләсәй менән олатайға ҡайтыу... Розалия өсөн юл — ул бары тик А нөктәһенән Б нөктәһенә барып етеү генә түгел. Был балалар менән бергәләп яратҡан йырҙарҙы йырлау, аралашыу, бергә булыу өсөн ваҡыт. Балалар ҡаланы күрергә, тәбиғәттәге үҙгәрештәрҙе һиҙергә, ябай нәмәләргә ҡыуанырға өйрәнәләр — һәм быларҙың барыһы ла әсәйҙең яуаплылыҡтан ҡурҡмауы һәм донъяны үҙ күҙҙәре менән күрһәтә алыуы теләге көслө булыуҙалыр.
- Мин балаларым менән сәйәхәт итергә яратам. Бик үк йыраҡҡа булмаһа ла , һәр сәйәхәт мотлаҡ йәнле, күңелле үтә. Ял көнө тыуған йортома Стәрлебаш районы, Табылды ауылына, балаларҙы олатай менән өләсәһе янына алып ҡайтам, бәләкәй генә ошондай сәйәхәттәр яр буйында йөрөүҙән йәки тәбиғәт ҡосағына сығыуҙан башланырға мөмкин. Унда балалар үләндә йүгерәләр, ҡыр сәскәләренән гөлләмәләр йыялар һәм ҡала мәшәҡәттәренән ситтә тыныслыҡты ҡәҙерләргә өйрәнәләр,- ти Розалия Венер ҡыҙы.
Әсәй кеше өсөн бындай сәйәхәттәр — тормошта ғәҙәти маршруттарҙа ла табырға мөмкин булған мажараларҙан тороуын үҙенә һәм балаларына иҫкәртеү ысулы. Инде руль артында ун йылдан ашыу тәжрибәһе булған оҫта водитель булараҡ, Розалия быйыл балалары менән Ырымбур яҡтарына барып ял итеп ҡайтты, тағы ла Башҡортостандың бөтә күлдәре буйлап сәйәхәт иттеләр.
... Әлбиттә, тормош булғас,төрлө хәлдәр булып китә. Розалияның да арыуы йыйыла, балалар ауырыған, көндәр оҙон булып тойолған ваҡыттар ҙа булып китә, ә ҡайһы саҡта тик тынлыҡта ултырып, бер сынаяҡ ҡайнар сәй эскеһе лә килеп китәлер.
- Нимә генә булһа ла, янымда — иң ҡәҙерле өс кешем булыуына һөйөнәм, уларҙың йылмайыуы һәм ҡосаҡлауы бөтә арыуҙы баҫа,- ти Розалия Аҙнаева.
Ә тормош иптәше Денис вахтанан ҡайтһа, өйҙәре йәнә сәскә атҡандай була: ҡосаҡларлыҡ, ярҙам итерлек, тыңларлыҡ һәм бөтә мәшәҡәттәрҙе бүлешерлек кешең булыу оло бәхет бит ул. Ул саҡта инде хужабикә "капитан" штурвалынан ситкә китеп,көслө ғаилә башлығы -ҡалҡанына тапшыра.
Розалия һәм Денис Аҙнаевтар ғаиләһе — йөҙәрләгән саҡрымдар айырып торһа ла, бер-береһенә терәк, кәрәк булып йәшәүҙең өлгөһө ул. Бик күп ғаиләләр кеүек үк,уларҙың да араһында ике-өсәр айға һуҙылған вахта менән эшләү ысулы ята. Әммә Розалияның ғәҙәти көндәрҙе бәләкәй байрамдарға, ә юлды мауыҡтырғыс мажараға әйләндерә белеүе араларҙы һыуындырмай, киреһенсә ғаиләне мөхәббәттә, йыйылыҡта тота. Балалары аталарының эштән ҡайтыуын көндәрҙе һанап көтәләр, улар араһындағы бәйләнеш ябай, ләкин мөһим нәмәләргә ҡоролған. Киске шылтыратыу: барыһы ла телефон янына йыйыла ла, сиратлап атайҙарына көндөң нисек үтеүе тураһында һөйләй, шул уҡ ваҡытта аталарына хаттар яҙалар,һүрәт төшөрәләр, эшкә йыйынғанда күмәкләшеп оҙатып ҡалалар.
Бына шулай ысын мөхәббәт һәм тоғролоҡ ҙур һүҙҙәрҙә түгел, ә көндәлек эштәрҙә,сабырлыҡта сағыла.Розалия һәм Денис Аҙнаевтар ғаиләһе арыуҙар һәм шатлыҡтар, ауырлыҡтар һәм бәләкәй генә мөғжизәләр, бәхетле осрашыуҙар менән үрелгән ысын тормош менән йәшәй.
Улар кеүек һәр кешенең өйөндә уны яратып, һағынып һәм өҙөлөп көтөп торған йылы усағы, ҡәҙерле ғаиләһе булһын.
Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Фотолар ғаилә архивынан алынды.