Ашҡаҙар
+16 °С
Ясно
Общие статьи
7 Сентября , 08:37

Стәрлетамаҡта ла йәштәр йорто буласаҡ

Стәрлетамаҡтың элекке «Салауат» кинотеатрында Йәштәр йортон асыу планлаштырыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Стәрлетамаҡта ла йәштәр йорто буласаҡСтәрлетамаҡта ла йәштәр йорто буласаҡ
Стәрлетамаҡта ла йәштәр йорто буласаҡ

Был башланғыс республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡаланың гражданлыҡ йәмғиәте институттары вәкилдәре менән осрашыуында яңғыраны.

Бинаны яңынан үҙгәртеп ҡороу тураһындағы тәҡдим «Башҡортостан сода компанияһы» етәкселегенән килде. Радий Хәбиров был идеяны хупланы һәм тейешле ведомстволарға проектты тормошҡа ашырыу мәсьәләһен ентекләп эшләргә ҡушты. Бынан тыш, төбәк етәксеһе компания вәкилдәренә әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм йәштәр инфраструктураһын үҫтереүгә индергән өлөштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас